+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2016, 21:40

Муса батыр ерендә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең «Ғәйрәт» шиғырында:

Муса Мортазин Учалы районы Көсөк ауылында күп балалы ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде, ярлылыҡтан уҡыу өсөн түләй алмау сәбәпле, бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән Байрамғол мәҙрәсәһендә ала. 1912 йылдың көҙөндә Муса Мортазин батша хөкүмәтенә хеҙмәткә алына һәм артиллерия подразделениеһына тәғәйенләнә. Ундағы уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, тырыш һалдатҡа унтер-офицер званиеһы бирелә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың йәйендә, румындарға ҡаршы көрәшеп, Рәсәй илен һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнә.

1918 йылдың 17 февралендә Ырымбур большевиктары Ә.Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт хөкүмәтен төрмәгә япҡас, ул Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион советы ағзаһы итеп һайлана. Тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонында милиция органдары ойоштора. Башҡорт ғәскәрендә эскадрон, полк командиры була. Башҡорт кавалерия бригадаһына етәкселек итә.

1920-1922 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК рәйесе була. Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернаһын ҡушып Ҙур Башҡортостан төҙөү проектын әҙерләй. Һәм 1921 йылдың 6 июнендә БашЦИК башҡорт телен дәүләт теле тип ҡарар сығара.

1920 йылдарҙа Совет-поляк һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Мортазин алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденына (1920, 1921) лайыҡ була.

1922 йылда Муса Мортазинды Мәскәүгә саҡыртып алалар. Ул унда 1924 йылда юғары хәрби-педагогика мәктәбен, 1927 йылда Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай.

1928-1937 йылдарҙа Муса Мортазин СССР Оборона Халыҡ комиссариатында яуаплы вазифа башҡара. 1935 йылда уға генерал-полковник дәрәжәһе бирелә.

1937 йылдың 31 мартында ҡулға алына һәм атып үлтерелә.

Ысынлап та, халҡы өсөн янып йәшәгән ир азаматының ҡыҫҡа ғүмерле тормош юлына төплө байҡау яһағандан һуң, уның башҡорт рухлы яугир һәм дәүләт эшмәкәре булыуына инанаһың.

Учалыла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән берлектә Башҡорт дәүләт университеты, Учалы ҡала хакимиәте, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре тарафынан ойошторолған башҡорт халҡының бөйөк улы Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы «Башҡортостан автономияһының барлыҡҡа килеүе: үткәне һәм бөгөнгөһө» темаһы буйынса төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Муса Мортазин – башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре. Ул 1917 йылда Мәскәүҙә һәм Ырымбурҙа үткән съездарҙа ҡатнашып, Башҡортостандың азатлығы тураһында уй-хыялдар менән янып йәшәй һәм ошо юлда фекерҙәштәр таба. 8-20 декабрҙә уҙған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Әхмәтзәки Вәлиди менән таныша һәм уның менән бергә Башҡорт автономияһы өсөн тауыш биреп, республикабыҙҙың нигеҙ ташын һалыуҙа ҡатнаша.

Красноусол ауылы менән Учалы ҡалаһы биш-алты сәғәтлек арыу ғына юл араһы булыуға ҡарамаҫтан, иртәнге сәғәт унда беҙ, Ғафури районы делегаттары, ҡала филармонияһы бинаһында инек инде. Унда ҡаланың һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. Ә «Урал батыр» сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе, үҙенә биш-алты йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, эпостан өҙөктө башҡорт халҡының музыка ҡоралдары: ҡурай, думбыра һәм ҡумыҙ сиртеп, иҫ китмәле оҫталыҡ менән башҡарған Ләйсән Золотареваның сығышы бөтә залды таң ҡалдырҙы. Һуңынан сәхнә түренә Муса Мортазин исемендәге премияны тапшырыр өсөн ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко саҡырылды. Ул өс кешегә төрлө номинацияларҙа премия тапшырҙы. Шулар араһында һәүәҫкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов та бар ине. Уны был премияны тәү алыусыларҙың береһе, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов тәбрикләп үтте. Әйткәндәй, был премия героик шәхестең 100 йыллығы айҡанлы булдырыла, шулай уҡ 1991 йылда тыуған ауылы Көсөктә музей асыла һәм Учалы ҡалаһының бер матур урамына Муса Мортазин исеме бирелә.

Конференцияның пленар өлөшөндә бик күп зыялыларыбыҙ үҙҙәренең ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән сығыш яһаны һәм тәҡдимдәр индерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф секторы етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, философия фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның Учалы филиалы етәксеһе Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина, филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәүеф Вәли улы Шәһиев, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов, шулай уҡ тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев һәм башҡалар бар ине. Сығыш яһаусылар Муса Мортазиндың шәхси тормошо, ҡылыҡ-фиғеле, үҙ-үҙен тотошо, хатта тәмәке тартмауы, хәмер эсмәүе, ләкин өлөшөнә тейгәненән баш тарт-мауы, ә уны алғас, ситкә китеп, биленә ҡәҙәр сисенеп тәндәрен ыуыуы тураһында, ғөмүмән, бик күп ҡыҙыҡлы тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар.

Барлығы 18 сығыш тыңланылып, резолюция ҡабул ителде. Ул түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә алды: Учалы районы һәм ҡалаһы мәктәптәрендә хәрби-патриотик темаға арналған Мортазин уҡыуҙарын уҙғарырға, республикабыҙҙың кадет корпустарының береһенә геройыбыҙҙың исемен бирергә, Граждандар һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн булдырырға, Рәсәй Федерацияһы хакимиәтенә ул уҡыған хәрби училищеға уның исемен биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итергә һәм башҡалар.

Төшкө аштан һуң конференция делегаттары һәм барлыҡ саҡырылған ҡунаҡтар менән берлектә беҙ ҙә шәхестең тыуған ауылы Көсөктә асылған музейына юл тоттоҡ. Музейҙа геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡланған.

Шулай итеп, арҙаҡлы шәхесебеҙ тыуған йәмле Учалы ерҙәре менән хушлашыу минуттары ла килеп етте. Хуш, изге тупраҡлы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән бөйөк шәхесебеҙ ере!

Флүзә БАЯЗИТОВА,

рус мәктәптәре буйынса район методик берекмәһе етәксеһе, Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: