+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2017, 11:19

Йәй миҙгеле емешле булды

Йылдың-йылы Балалар ижады үҙәгенең педагогтар коллективы директор Ирина Петровна Шаульская етәкселегендә балаларҙың йәйге ялы күңелле генә түгел, файҙалы ла үтһен өсөн бар тырышлығын һалып эшләй.

Учалы районына экспедиция ваҡытында.
Учалы районына экспедиция ваҡытында.
Йылдың-йылы Балалар ижады үҙәгенең педагогтар коллективы директор Ирина Петровна Шаульская етәкселегендә балаларҙың йәйге ялы күңелле генә түгел, файҙалы ла үтһен өсөн бар тырышлығын һалып эшләй.

Быйылғы йәй миҙгеле лә ҡыҙыҡлы сараларға бай булды. 5-16 июндә, мәҫәлән, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Бала саҡ йәйғоро” комплекслы программаһы эшләне. Балалар ижады үҙәге педагогтары Г.В.Арыҫланова, З.И.Баранова, П.Н.Бохармәтова, Р.Р.Шәмсетдинова, Л.В.Фокина, С.Р.Ғөбәйҙуллина, А.Р.Насирова кескәйҙәр менән 2 аҙна һуҙымында Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнде.

26-30 июндә Дәүләкән ра-йонында урынлашҡан “Тәбиғәт дуҫы” балалар сәләмәтләндереү лагерында үткән Йәш экологтар һәм урмансыларҙың респуб-лика слетында беҙҙең команда (етәксеһе – И.А.Васильева) бы-йыл беренсе тапҡыр ҡатнашты. Уҡыусылар стена гәзиттәре конкурсында 3-сө урынға лайыҡ булды. Барыһына ла ҡатнашыусы сертификаттары тапшырылды. Белорет ҡалаһында 19-22 июндә уҡыусылар араһында “Хәүефһеҙлек мәктәбе” респуб-лика ярыштары үтте. 8 кешенән торған команда (етәкселәре – Р.Й.Мирхәйҙәров, З.И.Баранова) 52 команда араһында 8-се, “Хәрби йәйелдереү” номинацияһында 3-сө урынды алды. Июль башында “Йәш геолог” республика геологик профилле лагерында ҡатнашып, турист көнкүреше буйынса 3-сө, палеонтологиянан һәм геологик отчеттан 2-се урындарҙы алдыҡ. Команданың етәкселәре – өҫтәмә белем биреү педагогтары А.Р.Миңлебаев менән С.В.Бакаева.

12-21 июндә Туймазы районындағы Ҡандракүл буйында бер юлы ике сарала – “Йондоҙло ҡаласыҡ” сәләмәтлектәре сикле балаларҙың республика профилле лагеры һәм “Йәш ҡотҡарыусы” лагерында булдыҡ. Балалар бында турист тормошо менән яҡындан танышты, төрлө конкурс, ярыштарҙа көс һынашты. Илһам Йәрмиев менән Илнар Вахитов йәйәүлеләр дистанцияһында еңеүсе булһа, Илнара һәм Илназ Усмановтар (етәкселәре – Р.Й.Мирхәйҙәров, Н.А.Шәйҙуллина) 3-сө урындарҙы алды. “Йәш ҡотҡарыусы” командаһын Р.Й.Мирхәйҙәров әҙерләп алып барҙы. Бында ла йәйәүлеләр дистанцияһында Эльвира Мәҡсүтова, Розалина Искәндәрова, Никита Кудряшов, Артем Корнев 3-сө, Арыҫлан Юлмөхәмәтов менән Айрат Ҡояшев 2-се урынды яуланы.

21-30 июлдә Өфө районы Йоматау ҡасабаһында үткән “Ҡурай сәскәһе” республика тыуған яҡты өйрәнеү-туристик лагерында Балалар ижады үҙәге командаһы (етәкселәре – А.М.Әбделмәнова, Н.А.Шәйҙуллина) 3-сө баҫҡысты биләне.

Йылдағыса, йәйге каникулдар ваҡытында 6-12 августа “Толпар” тыуған яҡты өйрәнеү-туристик-экологик лагерында 30 бала ял итте һәм сәләмәтлеген нығытты. Лагерь начальнигы Р.Й.Мирхәйҙәров, педагогтар Т.Н.Сухорукова, И.А.Васильева, Г.В.Арыҫланова, П.Н.Бохармәтова уларҙың ялын онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән байытты.

“Беҙҙең урам командаһы” йәйге программа-проекты 14-25 августа үткәрелде. Быйыл унда 90 бала шөғөлләнде. Төп иғтибар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте, тәмәке тартыуҙы, наркоманияны иҫкәртеү сараларына, шулай уҡ йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелде. Балалар менән өҫтәмә белем биреү педагогтары О.Н.Григорьева, З.И.Баранова, П.Н.Бохармәтова шөғөлләнде.

Август башында Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре Учалы районы Ахун ауылына алтын сыҡҡан урынға походҡа барҙылар. Йәш тикшеренеүселәр Динар Ваһапов һәм Аделина Рахманғолова (А.Р.Миңлебаев етәкселегендә) геологиянан белемдәрен күрһәтте, тикшеренеү темаларын һайланы.

Йәй, ҡояш, саф һауа, ыңғай тәҫьораттар – былар уҡыусыларға яңы уҡыу йылын яңы көс-дәрт менән ҡаршы алырға булышлыҡ иткәндер тип ышанабыҙ.

Башланғыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр ваҡыт ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Читайте нас: