Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластарынан бер төркөм уҡыусы “Аҡбуҙат” журналы коллективы ойошторған Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғыр бәйгеһенең йомғаҡлау сараһында ҡатнашып ҡайтты.
“Бәпембә” тип аталған был фестиваль ҡурсаҡ театрында республикабыҙҙың төрлө райондарынан мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һәм мәктәп уҡыусыларын йыйҙы. Дүрт йыл рәттән үткәрелгән был конкурста ҡатнашып килһәк тә, бындай ҙур форматта үткән мәртәбәле байрамда ҡатнашыу форсаты беренсе тапҡыр тейҙе. Беҙҙең ҡыҙҙар-малайҙар Агния Барто кимәлендә баһаланған әҙибәбеҙҙең шиғырҙарын уҡыу ғына түгел, үҙҙәренең ижад иткән тәүге емештәрен ҡунаҡтарға татытты. Улай ғына ла түгел, үҙҙәренең йырға, бейеүгә маһирлыҡтарын “Аҡбуҙат”тың дуҫтарына күрһәтте.
Бәйге булғас, еңеүселәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа, бүләктәр ҙә була... Ете - ун йәш төркөмөндә беренсе урынды алыусылар араһында Илһам Шәфиев та (уҡытыусыһы И.Ғ.Иҙрисова) бар ине. Әлиә Хисамова (уҡытыусыһы Г.А.Вәлиева), Алһыу Аҫылбәкова (уҡытыусыһы И.Ғ.Иҙрисова), Элина Урманшина (уҡытыусыһы Ю.З.Салауатова) – икенсе, Илмира Ҡотова (уҡытыусыһы И.Ғ.Иҙрисова), Эльвина Ҡолманова (уҡытыусыһы Г.А.Вәлиева) өсөнсө урындарҙы яуланы. Уларға БСТ телевизион каналының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр студияһы, “Аҡбуҙат”, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары исеменән матур-
матур бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус приздарына Илшат Ҡотов (уҡытыусыһы Г.А.Вәлиева), Лиана Мырҙабаева һәм Баязит Рәхмәтуллин (уҡытыусыһы И.Ғ.Иҙрисова) лайыҡ булды. “Аҡбуҙат” журналының бындай күркәм байрамында Илшат Ҡотов башҡарған “Аҡбуҙат” бейеүе (етәксеһе И.Х.Хәбибуллин) сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Әлиә Хисамова “Умырзая”, Баязит Рәхмәтуллин менән Илһам Шәфиев “Башҡорт улы” (етәкселәре Д.Ғ.Абдуллина) йырҙарын һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарҙы. Тамашасыларға Эльвина Ҡолманова шаян “Мирфәйзә” бейеүен, 3 “б” класынан өс ҡыҙ “Беләҙек” бейеүен (етәкселәре А.Ф.Буранова) бүләк итте. Бындай матур сығыштарҙы тамаша ҡылған апай-ағайҙар уларҙың арҡаһынан килеп дөпөлдәтеп яратып киттеләр. Күркәм фестиваль тәьҫораттарынан балаларҙың шатлығының сиге булманы.
“Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигәндәй, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Тамара Юлдашева, бүлек мөхәррире Миңлегөл Тайсина, яуаплы сәркәтип Айнар Байбулатов беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, апрель айында ҡунаҡҡа килеп киткәйнеләр. Был осрашыуға ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән: бик күп күстәнәс - шиғырҙар һәм үҙҙәренең быйыл донъя күргән китаптарын бүләк иттеләр. Балалар ҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә ныҡлы әҙерләнделәр: күстәнәскә үҙ шиғырҙарын, йыр-бейеүҙәрен, оҫта ҡуллылар төрлө ҡул эштәрен, һүрәттәрен, журнал тышын биҙәү өсөн проекттарын күрһәттеләр. Был сараны ойоштороуҙа элекке директорыбыҙ Д.М.Рәхимов аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Балалар киләсәктә лә бындай осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, ижади эштәрен гәзит-журналдарға ебәрергә кәрәк, тигән һығымтаға килеп ҡайттылар. Байрамға саҡырыусыларға ла, ярҙам итеүселәргә лә, ебәреүселәргә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Балаларҙың күңелен үҫтереүсе “Аҡбуҙат” журналын алдырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ!