-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Декабрь 2017, 12:12

Гимназиям, белем усағы

Район мәҙәниәт һарайында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, уҡытыусылары, тәрбиәселәре ата-әсәләр менән берлектә “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән баш аҫтында конференция үтте.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының иң-иңдәре.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының иң-иңдәре.
Район мәҙәниәт һарайында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, уҡытыусылары, тәрбиәселәре ата-әсәләр менән берлектә “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән баш аҫтында конференция үтте.

Был сара ике өлөштән тороп, уны тәрбиәселәр Альбина Ишкина менән Рим Рәхимов, 8 “Б” класс уҡыусыһы Резеда Бохармәтова, 10 “Б” кластан Илһам Килмөхәмәтов йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы. Уҡыусылар үҙҙәренең күп эштәр араһынан “иң-иң”дәре тип табылған тикшеренеүҙәре менән сығыш яһаны. Тап Экология йылы тамамланыу һәм Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан был мөғжизәләр иғтибар үҙәгендә булырға тейештер, моғайын.

Беренсе мөғжизә – милли музыка ҡоралы ҡурай тарихы тураһында 10 “Б” класс уҡыусылары Ралина Ғәлиева менән Динар Ваһапов һөйләне. Уларҙың сығышын көсәйтеп, билдәле ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов ҡурай эшләү серҙәре менән бүлеште, уның нескәлектәрен һөйләне, уйнап күрһәтте.

11 “А” класс уҡыусыһы Гөлсиә Фәтҡотдинова башҡорт балы тураһында үҙенең бизнес-планы менән таныштырҙы. Башҡортостаныбыҙҙың донъяла солоҡсолоҡ кәсебе һаҡланған берҙән-бер урын һәм визит карточкаһы булған башҡорт балын етештереү, һатыу, үрсетеү, умартасылыҡты үҫтереү кеүек йүнәлешкә иғтибар йүнәлткән ҡыҙыҡлы сығышы маҡтауға лайыҡ.

Ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе быу, газ сығып торған Янғантау тауы тураһында 6 “Б” класс уҡыусылары Индира Мөхәмәтдинова һәм Венера Әхтәмова сығыш яһап, тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ шишмәһе һәм уникаль “Янғантау” курорты булыуын да һөйләп үттеләр.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡолов күп телдәргә тәржемә ителгән, башҡорт фольклорындағы боронғо эпик әҫәр “Урал батыр” эпосы буйынса һөйләп, ғорурланырлыҡ ижадыбыҙ булыуына баҫым яһаны. Ә Заһир Зәйнетдинов, Радмир Усманов, Динис Шәмсетдинов, Алина Ғайсарова эпостан сәхнәләштергән өҙөк күрһәтте.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында 9 “Б” класс уҡыусыһы Гөлнур Нәзирова сығыш яһап, был теманы ла ҡыҙыҡлы итеп яҡтыртты.

Республикабыҙҙың алтынсы мөғжизәһе – Салауат Юлаев һәйкәле. Һәйкәлдең юбилейы хөрмәтенә 4 “А” класс уҡыусылары Элина Урманшина, Юлиә Сәғәҙиева, Айназ Мәхийәнов өс телдә шиғыр һөйләп ишеттерҙе.

Ә инде үҙебеҙҙең районда урынлашҡан һәм уның ғорурлығы булған Красноусол минераль сығанаҡтары тураһында 9 “Б” класс уҡыусылары Индира Аҡйоносова менән Алик Дәүләтов үҙ сығыштарын тәҡдим итте.

Районыбыҙҙа ҡайһы объекттар Ғафури районының ете мөғжизәһенә ингәнлеген 4 “А” класс уҡыусыһы Әмилә Ноғайғолованың сығышынан белдек.

Гимназияла йәшәп килгән йола буйынса уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары уңышҡа өлгәшкән педагогтарға, яҡшы уҡыған, спорт, мәҙәниәт, ижад өлкәһендә алдынғы урындар яулаған уҡыусыларға гимназия директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешева маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Уҡыу алдынғыһы, “Ғафури уҡыуҙары” фәнни-практик конференцияһында еңеүсе, химия, инглиз теле фәндәре бу-йынса район олимпиадалары призеры, “Башҡортостан ынйылары” фольклор бәйгеһендә әүҙем ҡатнашыусы, район һәм республика кимәлендә волейбол буйынса призер Рушана Насироваға - “Спорт магистры”, “Ғафури уҡыуҙары” республика конференцияһында беренсе урын яулаған, “Донъя аша үҙемде таныйым” республика конкурсында 3-сө урын алған, “Һәләтле балалар” район конкурсында еңеүсе Азамат Юлмөхәмәтовҡа - “Фән магистры”, ышаныслы, тәртипле егет, гимназияла уҙғарылған бар сарала ҡатнашыусы, иң шәп алып барыу-сы, республикала уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” фольклор бәйгеһендә һәр саҡ приз-лы урындар яулаған, район һәм республика кимәлендә йыл да Гран-при яулаусы “Һарыҡты кем ашаған?” һәм “Ауыр бала саҡ” КВН командалары ағзаһы, “Иң яҡшы капитан” Заһир Зәйнетдиновҡа “Сәнғәт магистры”, уҡыу алдынғыһы, район олимпиадаларында даими еңеүсе, тормош һабаҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле фәндәренән республика олимпиадалары призеры, “Ғафури уҡыуҙары”, “Фәнгә тәүге аҙымдар” фәнни-практик конференциялары призеры, оҫта алып барыу-сы, йырсы Илүзә Мәхийәнова “Өлгөлө гимназист” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булһа, уҡытыу-тәрбиә эшендәге емешле хеҙмәте, район һәм респуб-лика конкурстарындағы юғары уңыштары өсөн үҙ һөнәренең оҫтаһы, математика уҡытыусыһы Петр Иванович Михайловҡа - “Йыл уҡытыусыһы”, тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн ижади ҡарашлы, юғары категориялы педагог Альмира Мөҙәрис ҡыҙы Ильясоваға - “Йыл тәрбиәсеһе”, Красноусол башҡорт гимназия-инернатының матди-техник базаһын нығытыуға, мәртәбәһен арттырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Илдар Фәрит улы Иҙрисовҡа "Почетлы гимназист" исеме тапшырылды.

Был тантаналы сарала 1-се класҡа килгән һәм башҡа кластарға яңы ҡушылған уҡыусыларҙы гимназия сафына ҡабул итеү ҙә тулҡынландырғыс булды. Гимназия президенты Айнур Рәхимов уларҙы изге теләктәр теләп ҡотлағандан һуң, улар гимназия гербы һәм Башҡортостан Республикаһы байрағы алдында гимназист исемен аҡларға тантаналы рәүештә ант бирҙе һәм йыйылышты гимназия гимнын йырлап тамамланылар. Конференция Башҡортостан гимны менән йомғаҡланды.

Милли рух бөркөлөп торған был сара һәр кем өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды.


Читайте нас: