Ноябрь – көҙ миҙгеленең һуңғы айы тамамланып килгәндә беҙҙең мәктәптә “Көҙ менән хушлашыу” тигән сара булып үтте. Башта уҡытыусы апайҙарыбыҙ һорау - яуап рәүешендә көҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә үткәрҙеләр.
Артабан уҡыусылар көҙгә арнап баҡсаларҙа үҫә торған йәшелсә-емештәр тураһында шиғырҙар һөйләне, уларҙың кеше организмына файҙаһы тураһында бәйән иттеләр.
Уҡыусылар әҙерләгән көҙ билдәләрен сағылдырыусы костюмдар сараға матурлыҡ өҫтәне. Көҙ тураһында һынамыштар әйтелде, йырҙар йырланды.
Көҙ миҙгеле мул уңыш осоро икәнен дә онотманыҡ. Баҡсала көс, тир түгеп үҫтергән мул уңышҡа зыян ҡылыусы кәзә образын әкиәтте сәхнәләштереү аша фашланыҡ.
Сара әсәйҙәр менән сәй эсеп тамамланды. Йырлап, данлап көҙҙө лә оҙаттыҡ. Кемгә нисектер, миңә көҙ миҙгеле оҡшай.