+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2017, 17:27

Журнал бейетте генә! Район ауылдарында “Аманат” журналы дискотекаһы үтте

Йөҙимән, Юлыҡ мәктәптәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары “Аманат” рес-публика үҫмерҙәр журналына дәррәү яҙылды һәм баҫма үҙҙәренә килеп ойошторған дискотекала күңел асты, бүләктәр отто.

Йөҙимән, Юлыҡ мәктәптәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары “Аманат” рес-публика үҫмерҙәр журналына дәррәү яҙылды һәм баҫма үҙҙәренә килеп ойошторған дискотекала күңел асты, бүләктәр отто.

Был көн Йөҙимән мәктәбе өсөн ысын мәғәнәһендә матбуғат байрамына әйләнде. Мәктәп үҙе матбуғат яратыусы мәктәп тип танылды. Ысынлап та, йылдың-йылы “Табын” район гәзитенә, республикала сыҡҡан балалар-үҫмерҙәр баҫмаларына тотош класс, хатта мәктәп менән яҙылыу бында матур йолаға әйләнгән. Ошолайтып балаларҙа матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүсе уҡытыусылар коллективы тик маҡтауға лайыҡ.

Быйыл уҡыу йылы башланыу менән уҡыусылар араһында “Аманат” республика журналына яҙылыу иғлан ителә. Балалар был журналға ғына түгел, “Табын”, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәренә һәм башҡа баҫмаларға ла (бөтәһе 91 баҫма, шуның 50-һе – “Аманат” журналы) бер юлы яҙыла.

Райондың Юлыҡ мәктәбенең бөтә класс менән “Аманат”ҡа яҙылған уҡыусылары ла Йөҙимән мәктәбендә үткән дискотекала ҡатнашты.

Журнал редакцияһынан баш мөхәррир урынбаҫары Даян Мәжитов, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова йәнле әңгәмә ойоштороп, журнал тормошо тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Сараны дәртле дискотека дауам итте. Стәрлетамаҡтан килгән ди-джей “Бейеш” (Илнур Асаинов), йәш йырсы Линар Вәлиев башҡарған матур көйҙәр, заманса йырҙар аҫтында барса уҡыусылар бейергә төшөп китте. Бейеү араһында артистар ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты, викторина үткәрҙе, шуҡлыҡтар менән көлдөрөп тә алды. Ә иң әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар журналдың матур-матур бүләктәрен алып ҡыуанды.

Ошондай уҡ сара көндөң икенсе яртыһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үтте. Гимназия “Аманат” журналын районда иң күп алдырып уҡыусы булып сыҡты.

Гимназия, Йөҙимән, Юлыҡ мәктәптәре директорҙары Ф.Ә.Йәнешева, Т.Ф.Рәхмәтуллина, Р.Ғ.Абдрахманов, улар етәкләгән уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективы байрамды юғары кимәлдә ойоштороп, үҙҙәренең ысын педагог икәнен иҫбатланы. Балаларға байрам сараһы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһы "Аманат" балалар һәм үҫмерҙәр журналы үҙенең Маҡтау билдәһе менән бүләкләне.

Профессиональ ди-джей, йырсылар ҡатнашлығында үткән был дискотекаларҙан уҡыусылар яҡшы кәйеф, уҡыуға яңы дәрт алды. Матбуғат менән дуҫлыҡ артабан да дауам итһен.


Читайте нас: