+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2017, 13:12

Мөһим мәсьәләләр күтәрелде

Ошо көндәрҙә район мәғарифында ҙур ваҡиға – “Федераль стандарттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреүҙең күсәгилешлеге” темаһына фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уға Өфө ҡалаһынан Мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары – мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы профессоры, педагогия фәндәре кандидаты, Педагогик белем биреү фәндәре халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты Рида Хәниф ҡыҙы Гасанова һәм башланғыс белем биреү кафедраһы мөдире, доцент, педагогия фәндәре кандидаты Эльвира Альберт ҡыҙы Ишбулатова, район мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә район мәғарифында ҙур ваҡиға – “Федераль стандарттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреүҙең күсәгилешлеге” темаһына фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уға Өфө ҡалаһынан Мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары – мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы профессоры, педагогия фәндәре кандидаты, Педагогик белем биреү фәндәре халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты Рида Хәниф ҡыҙы Гасанова һәм башланғыс белем биреү кафедраһы мөдире, доцент, педагогия фәндәре кандидаты Эльвира Альберт ҡыҙы Ишбулатова, район мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.

Артабан тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең башланғыс кластарында асыҡ дәрестәргә инде. Үткәрелгән дәрестәр буйынса “Түңәрәк өҫтәл”дә уларға ентекле анализ яһалды, уңышлы һәм уңышһыҙ яҡтары билдәләнде, уҡытыусыларға кәңәштәр бирелде.

Төштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар 1-се мәктәптең ултырыштар залына пленар өлөшкә йыйылды. Уларҙы “Миләшкәй” балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө кескәйҙәре йыр менән тәбрикләне. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының бай йөкмәткеле сығыштарын да ихлас алҡышланы сарала ҡатнашыусылар. Конференцияның пленар өлөшөн асып, район мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмова Өфө ҡунаҡтары Э.А.Ишбулатова менән Р.Х.Гасанова, районда мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү өлкәһендәге эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып 5 педагог сығыш яһаны.

- Быға тиклем бер кем дә ҡуҙғатмаған мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреүҙең күсәгилешлеге проблемаһын күтәреп сығыуығыҙ өсөн рәхмәт, - тине Рида Хәниф ҡыҙы. – Балалар баҡсаһынан мәктәпкә күскән осорҙа балаларға айырыуса иғтибар талап ителә. Кескәйҙәрҙең мәктәпкә ни тиклем әҙер булыуына ҡарап, артабан уҡыуҙағы өлгөрөшө, иптәштәре менән аралашыуы, тәртибе билдәләнә. Был йәһәттән балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә, ата-әсәләргә, башланғыс класс уҡытыусыларына ҙур бурыс йөкмәтелә. Иң мөһиме – балаларға үҙ йәшен йәшәргә мөмкинлек бирергә кәрәк, - тип һүҙен тамамланы профессор.

Башланғыс белем биреү кафедраһы етәксеһе Эльвира Альберт ҡыҙы сығыштарҙы йомғаҡлап, конференция темаһының бөгөнгө көндә актуаль булыуын билдәләне. Сара барышында районда был йүнәлештә ярайһы уҡ эштәр башҡарылыуын дәрестәрҙә һәм докладтарҙа асыҡ күрҙек. Артабанғы эшегеҙҙә лә балалар баҡсаһының – нигеҙ, мәктәптең – стена, ә улар уртаһында балаларҙың мәнфәғәте икәнлеген онотмағыҙ, тине. Шулай уҡ Э.Ишбулатова педагогтарға хәҙерге заман технологиялары биргән мөмкинлектәрҙе тулыраҡ файҙаланырға, яңылыҡтарҙы Мәғарифты үҫтереү институтының сайтынан белергә тәҡдим итте, тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға саҡырҙы.

Сара һуңында конференцияның резолюция проекты уҡылып, бер тауыштан ҡабул ителде. Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова бар ҡатнашыусыларға ла рәхмәт әйтте, бер төркөм уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә – Сәйетбаба урта мәктәбенең

башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләлә Зәки ҡыҙы Юлбарисова, Үзбәк дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилфиә Шафиҡ ҡыҙы Шәрипова, Үтәк ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәүилә Фәрит ҡыҙы Арыҫланова, Бурлы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Ләлә Рәмил ҡыҙы Вәлиеваға район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Бик күп файҙалы мәғлүмәт алырға, йөкмәткеле дәрестәр ҡарарға, тәжрибә тупларға мөмкинлек биргән ошондай фәнни-ғәмәли конференцияларҙы артабан да үткәрергә кәрәк тигән фекерҙә таралышты педагогтар.
Читайте нас: