-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2018, 16:55

Башҡорт теле - халҡым теле!

Башҡорт халҡының мәғрифәтсе сәсәне, үҙенең яҙғандары менән кеше аңына яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ таратыусы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө - 14 декабрь - былтырҙан башлап Башҡорт теле көнө тип билдәләнәсәк. Ғафури районы мәктәптәрендә был көндө бик матур итеп билдәләнеләр. Ҡунаҡҡа саҡырыусылар ҙа күбәйеп китте.

Башҡорт халҡының мәғрифәтсе сәсәне, үҙенең яҙғандары менән кеше аңына яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ таратыусы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө - 14 декабрь - былтырҙан башлап Башҡорт теле көнө тип билдәләнәсәк. Ғафури районы мәктәптәрендә был көндө бик матур итеп билдәләнеләр. Ҡунаҡҡа саҡырыусылар ҙа күбәйеп китте.

Тап ошо көнгә алдан уҡ Еҙем-Ҡаран ауылы мәктәбе саҡырҙы. Шулай уҡ ҡунаҡҡа Еҙем-Ҡаран ауылы ағинәйҙәре етәксеһе, хаҡлы ялға тиклем ошо мәктәптә рус теле уҡытҡан Сәриә Миңлеғәли ҡыҙы ла саҡырылғайны. Беҙ күптән күрешмәгән ауылдашым менән шатланып осраштыҡ.

Сараның тәүге өлөшөндә уҡыусыларҙың яҡташ яҙыусы һәм журналист, күрше Ибраһим ауылында тыуып үҫкән Шакир Насировҡа һәм Экология йылына арналған иншаларын баһалауҙа ҡатнашырға тура килде. Балалар барыһы ла үҙҙәренең уй-фекерен бик матур сағылдырған, яҙғандарын үҙҙәре үк сығып уҡынылар. Шулай ҙа араларында һәр һүҙе ынйы бөртөгөндәй нур һибеп үҙенә тартҡандары, әлбиттә, алғараҡ сыҡты. Был йәһәттән Элина Сәйфуллинаның иншаһы айырылып тора ине. Һәр инша тейешле баһа алды, уҡыусыларҙың бәхетенә күрә, уларҙы дәртләндереп, премия биреүсе йомарт ағайҙары ла бар икән әле был мәктәптең! Бына шундай һәйбәт күренешкә тап булдым мин Еҙем-Ҡаран мәктәбендә. Һәр балаға ла ҡәләм тибрәтеүҙә уңыштар теләйем, бәлки, төбәкте данлар буласаҡ шағирҙар һәм яҙыусылар, сәсәндәр тап улар араһындалыр. Башҡортостанға тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙы биргән ауыл бит әле ул Еҙем-Ҡаран! Сәсән Вәлиулла Ҡоломбәт тә күрше генә Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән бит.

Сараның икенсе өлөшө башҡорт теле тураһында һөйләшеүгә арналып, Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Рәми Ғарипов, шулай уҡ яҡташ шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан уҡыу менән башланып, әсә теле тураһында йырҙар йырланды. Китапханасы Гөлшат Рахманғолова апайҙары яҡташ яҙыусы һәм шағирҙарҙың яңы китаптары менән таныштырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы ла бик йылы ҡабул итте уҡыусылар. Улар инде хәҙер Родина-Ватан ауылында ниндәйҙер хикмәт менән алтмыш йәшендә генә шиғырҙар яҙа башлаған Алтынбикә сәсәниә йәшәгәнен, уның китаптар сығарып ятыуын, Интернетта шиғырҙарын баҫтырыуын һәм балаларға үҙ туған телеңде яратырға кәрәклеген, уны юғалтырға ярамағанын һөйләп йөрөгәнен беләләр. Өйҙә башҡортса һөйләшеү, башҡорт мөхите тыуҙырыу ҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә хәҙерге телевидение, Интернет алға киткән заманда. Осрашыу аҙағында улар миңә үҙҙәренең һорауҙарын яуҙыралар ине инде, йомаҡтар ҙа сисеп, әйтештәр ҙә ойоштора һалып алдыҡ. Күрше Ибраһим ауылынан Фәйез Садиҡовтың туған тел хаҡындағы шиғырын уның яҡын ҡәрҙәше уҡып ишеттерҙе. Бик ихлас аралашыу аҙағында мәктәп китапханаһына үҙемдең, шулай уҡ остазым, Ырымбур сәсәне Ғүмәр Ғайсиндың китаптарын бүләк иттем. Сәриә Миңлеғәли ҡыҙының да туған телде яратырға, әллә нисә сит телде белһәң дә, үҙ туған телеңде белмәһәң, һинең кешелек дәрәжәң түбән икәнлеге тураһында һөйләүе уҡыусыларға фәһемле булғандыр, беҙҙең һөйләгәндәребеҙ улар күңеленә керһен һәм унда урын тапһын ине тигән теләктә ҡалам.

Ошо бик матур сараны әҙерләп беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырыусы директор урынбаҫары Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина, башҡорт теле уҡытыусыһы Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы Мирхәйҙәроваға, китапханасы Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы Рахманғоловаға һәм, әлбиттә, Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы Әбделмәноваға ошо мәҡәләм аша ҙур рәхмәттәр еткерәм һәм алдағы эштәрендә уңыштар теләйем. Башҡорт теле көнө районыбыҙҙың һәр мәктәбендә лә үҙенең лайыҡлы урынын табыр тип ышанам!
Читайте нас: