0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2018, 17:04

Гимназистар Рәсәй кимәлендә лә һынатманы

Йөрөгән таш шымара – ятҡан таш мүкләнә, тигән халыҡ мәҡәле Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына тап килеп тора. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бына алты йыл рәттән Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған “Белем һәм ижад” чемпионатында ҡатнашып, бөтә ил күләмендәге сарала белемдәренең тәрәнлеген иҫбатлап торалар.

Йөрөгән таш шымара – ятҡан таш мүкләнә, тигән халыҡ мәҡәле Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына тап килеп тора. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бына алты йыл рәттән Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған “Белем һәм ижад” чемпионатында ҡатнашып, бөтә ил күләмендәге сарала белемдәренең тәрәнлеген иҫбатлап торалар.

Быйылғы чемпионат үҙенең географияһы менән генә түгел, ҡатнашыусылар һаны менән дә башҡа йылдарҙағыһынан айырылып торҙо. Мәскәү, Архангельск, Һамар, Краснообск, Кемерово өлкәһенең Анджеро-Судженск, Ямал-Ненец автономиялы округының Тарко-Сале, Свердлов өлкәһенең Красноуральск, Серов, Качканар ҡалаларынан килгән 400–ҙән ашыу уҡыусы интеллектуаль чемпионатта көс һынашты.

Чемпионат фән үҙәге булып һаналған Обнинск ҡалаһы янындағы “Яхонты-Таруса” ял йорто базаһында үтте. “Киләсәк интеллекты” Бөтә Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы рәйесе, Рәсәй Хөкүмәтенең белем биреү өлкәһендәге махсус премияһына лайыҡ булған Л.Ю.Ляшко чемпионатты тантаналы рәүештә асып, был проекттың йылдан-йыл популяр була барыуы, сараның Бөтә Рәсәй олимпиадаһы менән бергә федераль реестрға индерелеүен бик шатлыҡлы күренеш тип баһаланы.

Чемпионатта география, биология, рус теле, математика, информатика, тарих, робототехника буйынса олимпиадалар, оҫталыҡ дәрестәре, команда ярыштары, турнирҙар ойошторолдо.

Гимназия уҡыусылары олимпиада, ярыштарҙа юғары белем кимәлен иҫбатланылар: биологиянан Лиана Хәсәнова - еңеүсе, Зөлфиә Йәғәфәрова, Динислам Басиров 2-се урынға, Айлина Әбделмәнова, Динара Зарипова 3-сө урынға лайыҡ булдылар. 10-сы класс уҡыусыһы Камил Шәймәрҙәнов географиянан 2-се урын, Лилиә Сәғәҙиева математиканан 2-се урын алдылар, ә Азамат Юлмөхәмәтов тарих фәне буйынса еңеүсе тип танылды. ”Зәңгәр планета серҙәре” интеллектуаль уйынында космонавтика, экология, география, логика өлкәһендәге һорауҙарға еңел генә яуаптар табып, Арыҫлан Ҡоҙайғолов, Нур Дәүләтбаев, Айлина Әбделмәнова, Динара Зарипова, Камил Шәймәрҙәнов еңеп сыҡтылар. “Уйындар технологияһы” ярышында Дмитрий Баязов, Никита Аверьянов, Илдар Сәйфуллин, Динислам Басиров, Эльвина Шәрипҡолова, Руфина Кәримова, Лилиә Сәғәҙиеваға етеүселәр булманы.

Альбина Йәнмырҙина, Регина Ғәлина, Азалия Йомағолова, Наҙгөл Батыршина, Лилиә Әбелғатина, Азалия Рәхимова дуҫ, татыу, креатив булыуҙары менән айырылып торҙолар. Рус теле, лингвистика буйынса белемдәрҙе тикшереүгә йүнәлтелгән “Бөтәбеҙ берәү өсөн” уйынында тәүге баҫҡысҡа үрләнеләр. Проекттың иң күләмле һаналған “Квазар” турниры бик көсөргәнешле барҙы, был ярышта барлығы 48 команда ҡатнашты. Турнир квест формаһында ойошторолған ине. Бында күберәк логика, математика, инглиз теле, тарих фәндәренә ҡағылған һорауҙарҙы, мәсьәләләрҙе тиҙ генә сисеп, күберәк мәрәйҙәр йыйыу талап ителде. Гимназистар командаһы 228 мәрәй йыйып, мәртәбәле өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Уҡыусылар белем ярышында көс һынашҡан арала, педагогтар өсөн “XXI быуат үҫмерҙәренең когнитив үҫеше” тип аталған семинар үткәрелде. Мәскәү Дәүләт педагогия университеты доценты, педагогия фәндәре кандидаты М.В.Волкова хәҙерге заман үҫмерҙәре менән һөҙөмтәле эшләү алымдары, һәләтле балаларҙы үҫтереү юлдары буйынса кәңәштәр, заманса практик алымдар менән таныштырҙы.

Быйылғы ярыш команда етәксеһе, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Гөлдәр Әүхәт ҡыҙы Латипова өсөн дә бик иҫтәлекле булды. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ “Киләсәк интеллекты” Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы тарафынан булдырылған “Хеҙмәттәшлек өсөн” миҙалына лайыҡ булды, сөнки уның инициативаһы менән тупланған команда бер нисә йыл рәттән чемпионатта ҙур уңыштарға өлгәшә.

Был ярыштан гимназия командаһы тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеп, белем һәм аң даирәһен киңәйтеп, илһамланып, яңы дәрт һәм көс алып ҡайтты.

Илебеҙҙең йөрәге - Ҡыҙыл майҙан, бөйөк “Батша-ҡыңғырау”, ”Батша-пушка”, кино һәм театр актрисаһы Татьяна Артемова менән ижади осрашыу, Иҫке Арбат урамы, ”Царицыно” Дәүләт музей-ҡурсаулығы, Г.К.Жуковтың тыуған ерҙәренә экскурсия, тарих һеңгән Мәскәү урамдары уҡыусыларҙың күңелдәрендә оҙаҡ йылдар йылы хәтирә булып һаҡланыр. Команда ағзалары ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинселеге биргән өсөн ата-әсәләргә, гимназия етәкселегенә, олимпиадаға әҙерләүсе уҡытыусыларға ҙур рәхмәт еткерә .


Читайте нас: