+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2018, 16:44

Мәскәүҙә Президент шыршыһында

Быйыл Рәсәй президентының балалар өсөн тәғәйенләнгән шыршы байрамында Башҡортостандан 114 уҡыусы ҡатнашты. Уҡыу алдынғылары, әүҙем йәмәғәтсе, һәләтле балалар араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова ла бар ине (һүрәттә). Уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Лилиә, ил Президенты шыршыһында ниндәй саралар булды?

- Кремль шыршыһына илдең төрлө төбәктәренән 200 мең бала саҡырылғайны. Республикабыҙҙан уҡыусыларҙан һәм беҙҙе оҙатып йөрөүсе апай-ағайҙарҙан торған ҙур төркөм барҙыҡ. Һәр 4 балаға бер етәксе тәғәйенләнгән ине. Беҙ: Ғафури районы һәм Салауат ҡалаһынан 2 ҡыҙ, Бөрйән һәм Дыуан районынан 2 малай һәм етәксебеҙ Светлана Александрова булды. Яңы йыл байрамында Измайлов Кремлендәге мөғжизәле әкиәт, экскурсиялар, концерт программалары, “Альфа” отелендә ҙур уйын, Кремлдә театрлаштырылған музыкаль тамаша беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

- Байрамдан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?

- Шыршы байрамына килгәс, үҙебеҙҙе сихри әкиәт донъяһындағылай хис иттек. Театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы бигерәк тә һоҡланғыс булды. Тамашанан һуң һәр беребеҙгә бүләктәр тараттылар. Кремль шыршыһынан ыңғай хис-тойғолар, матур тәьҫораттар менән ҡайттым. Ошо сәфәргә барырға мөмкинселек биргән район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмоваға, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешеваға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Шулай уҡ тәүге тәрбиәсем Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Килмөхәмәтоваға, башланғыс кластарҙа белем биреүсе Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиеваға рәхмәтлемен. Тап улар тәрбиәләгән ҡыйыулыҡ, ижади һәләт, төплө белем өлкән кластарҙа ла, тормошта ла ярҙам итә. Тәүге уҡытыусым менән гимназияла, район, республика күләмендәге сараларҙа, конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәнек, һәр ваҡыт еңеүселәр рәтендә булдыҡ. Быйыл “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе исеменә лайыҡ булыуым да Гөлшат Әкрәм ҡыҙының хеҙмәт емеше. Миңә аң-белем биреүсе, йөрәк йылыһын таратыусы уҡытыусы-тәрбиәселәремә шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйем, һәр ваҡыт һау-сәләмәт булһындар.

- Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Лилиә. Уҡыуыңда уңыштар, хәбәрсе булараҡ ижадыңа илһам юлдаш булһын.
Читайте нас: