+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2018, 13:25

Бар шундай класс

Бына һағынып көткән Яңы йыл байрамы ла үтеп китте. Был ваҡыт күңелле байрам ғына түгел, ә эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау осоро ла. Үткән йылдың уҡыу һөҙөмтәләренә һығымта яһағанда, Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары мәктәптең урта звеноһы араһында 1-се урын алып, ауыл хакимиәте һәм "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәгенең дипломы менән бүләкләнде. Беренсе сиректә лә беҙҙең һөҙөмтәләр һәйбәт ине.

Беҙҙең 7-се класта бөтәһе 17 уҡыусы. Холоҡтарыбыҙ төрлөсә булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бик татыу, тырыш, шул уҡ ваҡытта сәмсел һәм күңелле класс. Беҙҙең класс етәксебеҙ география уҡытыусыһы Рәсүл Таҡи улы Ғилманов дуҫ, татыу һәм ярҙамсыл булыуыбыҙ өсөн күп көс һала. Уның тырышлығы бушҡа китмәй. Мәктәптә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Төрлө темаларға инша яҙыу, һүрәт төшөрөү бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алып Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүселәр ҙә булды. Экологик өмәләрҙә, көҙгө уңыш йыйып алғанда ла ситтә ҡалманыҡ, үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.

Мәктәп, район күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаштыҡ. Вадим Фәхриев биологиянан, Байрас Мәүлембирҙин математиканан ҡатнашып, районда призер булдылар. Волейбол, милли көрәш, еңел атлетика түңәрәктәренә лә йөрөргә өлгөрәбеҙ, ярыштарҙа ҡатнашабыҙ.

Беҙҙең төп бурысыбыҙ - тәртипле булыу һәм яҡшы уҡыу, һәйбәт билдәләргә өлгәшеү. Класташтарым уҡыуҙа ла һынатманы – 3 отличник, 10 ударник булды. Яңы йыл шыршыһы байрамында иң яҡшы күрһәткестәр өсөн мәктәп дирекцияһы, ауыл хакимиәте, "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәге класты һәм уҡыусыларҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Беҙгә белем биргән Сәйетбаба мәктәбе уҡытыусыларына, класс етәксебеҙ Рәсүл Таҡи улы Ғилмановҡа, беренсе уҡытыусыбыҙ Ләлә Зәки ҡыҙы Юлбарисоваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә ижади уңыштар, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ. Ә класташтарыма тырышып уҡыуҙарын, тәртипле булыуҙарын теләйем.

Читайте нас: