+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Май 2018, 17:11

Фәнгә ышаныслы аҙымдар менән

Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Туймазы ҡалаһында сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән “Киләсәк асыштары” II Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында уңышлы сығыш яһаны.

Конференцияла Башҡортостандан һәм Рәсәй субъекттарынан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ангола, Германия, Нидерланд, Вьетнам, Йемен илдәренән барлығы 437 конкурсант 28 секцияла эҙләнеү эштәрен һәм проекттарын тәҡдим итте.

10 "Б" класы уҡыусыһы Камил Шәймәрҙәнов “Төньяҡ Амурҙары - халыҡ хәтерендә” эҙләнеү эше менән 2-се урын, 9 "Б" класы уҡыусыһы Гөлнур Нәзирова "Шәхси хужалыҡта күркә үҫтереү" бизнес-проекты менән 3-сө урын, 8 "Б" класы уҡыусыһы Аделина Вафина "Сәй етештереү" бизнес-проекты өсөн 2-се урын яуланы. Уҡыусыларға фән юлында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ! Конференцияла ҡатнашыу мөмкинлеге биргән район мәғариф бүлегенә (етәксеһе – З.Р.Әхтәмова), Красноусол башҡорт гимназияһы етәкселегенә (директор – Ф.Ә.Йәнешева) һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.


Читайте нас: