+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Май 2018, 17:04

Оҫталар асыҡланды

Яҙғы каникулдар ваҡытында Балалар ижады үҙәгендә күп кенә тәрбиәүи саралар үтте. Уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, уларҙы мәҙәниәткә, спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә, оҫтаханаларға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо улар. Был саралар быйыл өҫтәлмә белем биреүҙең 100 йыллығына арналды.

“Һәләтле балалар” XIII район конкурсының “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт” һәм “Ҡул эштәре” номинацияларында райондың 9 мәктәбенән 94 бала ҡатнашты. Уларҙың эштәрен абруйлы жюри – Красноусол сәнғәт мәктәбенең юғары категориялы педагогы Г.А.Герасимова, “Ника” модель агентлығы эшҡыуары Н.А.Петровская, йәштәр сәйәсәте секторы етәксеһе А.М.Ғәзизова, мәғариф бүлеге методисы А.Б.Басирова, хеҙмәт ветераны, Красноусолдың Почетлы гражданины Р.В.Чушкина, сәнғәт мәктәбе педагогы Д.Н.Мырҙабаева баһаланы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың пластилинды әүәләп, кейеҙ баҫыу, ҡағыҙ пластикаһы, сәйлән менән үреү техникаһында эшләнгән оҫталыҡ әйберҙәре күпселекте тәшкил итте. Уҡыусылар үҙ эштәрен Ғаилә, Ирекмәндәр йылына, тыуған яҡ, тәбиғәт темаларына бағышлағайны. Араларында заманса технологияларҙы ҡулланған оҫталар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Еҙем-Ҡаран мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Килмөхәмәтов (етәксеһе – В.Р.Ғәлиуллина) төрлө йәнһүрәт геройҙарын пластилиндан әүәләп кенә ҡалмаған, ә видеоға йәнһүрәттең үҙен дә төшөргән. Ҙур тырышлыҡ һәм теүәллек талап иткән был эше менән еңеүгә лайыҡ булды ул. Ағасты биҙәп әйберҙәр эшләү номинацияһында 1-се урын өсөн 6-9 йәшлек ҡатнашыусылар араһында Руслан Беляев (Курорт мәктәбе), Йәлил Әбелғужин (2-се мәктәп), 13-18 йәшлектәр араһында Аделина Вәлиәхмәтова (Табын мәктәбе) бүләкләнде. Ҡағыҙ пластикаһы номинацияһында Роман Феоктистов, 10-12 йәшлектәрҙән Милена Маленкова, Руслан Беляев (Курорт мәктәбе), 13-18 йәшлектәр араһында Кристина Сорокина (Табын мәктәбе) еңеүсе булды.

Бар еңеүселәргә лә Маҡтау грамоталары һәм дипломдар бирелде. Уҡыусылар конкурста үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашты. Киләһе йылда ла конкурста ҡатнашырға теләк белдереп таралышты улар.
Читайте нас: