Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Мария Поволокина күптән түгел (11-12 майҙа) Екатеринбургта уҙған һәләтле балаларҙың “Эврика” тикшеренеү-конструкторлыҡ эштәре конкурсынан 2-се урын менән әйләнеп ҡайтты. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән 200-гә яҡын һәләтле уҡыусы ҡатнашҡан был конкурс илдең тәүге Президенты Б.Н.Ельцин исемендәге Екатеринбург Урал Федераль университеты базаһында үтте.
Конкурстың ситтән тороп – һайлап алыу турына эштәрен ебәреп, артабан ҡатнашыу хоҡуғына эйә булып, саҡырыу ала Маша. Ике көн барған был мәртәбәле бәйгенең тәүге көнө уҡыусыларҙың секцияларға бүленеп, проекттарын яҡлауға арналды. Секциялар тиҫтәнән ашыу йүнәлеште үҙ эсенә алды, әҙәбиәт ғилеме секцияһында шөғөлләнгән һәләтле ҡыҙ жюри хөкөмөнә “Мин – ижадсы” проектын тәҡдим итеп, уны уңышлы яҡлай. Ил кимәлендәге ошондай етди бәйгелә призлы урынға йәш яҡташыбыҙға маҡсатҡа ынтылыусанлығы, әҙәбиәткә һәм ижадҡа һөйөүе килтерҙе. Ғөмүмән, 8-11-се кластар араһында барған һәләттәр конкурсында 100 балл йыйырға кәрәк булып, 97 балға эйә булған Марияның проекты 2-се урын менән баһалана.
Әлбиттә, был Мария Поволокинаның уңышының тәүгеһе түгел. Үҙенсәлекле шиғырҙар ижад итеүгә маһир ҡыҙ әленән-әле ошондай Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаша, бер нисә йыл элек төбәк-ара кимәлдәге конкурста абсолют еңеүсе исеменә - чемпион миҙалына лайыҡ булыуы ысын һәләт икәнен күрһәтә лә инде. Уҡыусының ижади эштәренең етәксеһе – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.А.Исиргакова ла “Иң яҡшы уҡытыусы” миҙалы менән бүләкләнгәйне.
М.Поволокина төплө кәңәштәрен биреп, ижади күнекмәләргә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға илһамландырыусыһы – остазы һәм педагогы Зөһрә Айҙар ҡыҙына рәхмәтле, уңыштарында уҡытыусыһының да өлөшө ҙур, тип иҫәпләй. Шулай уҡ конкурсҡа барып ҡайтыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған район мәғариф бүлеге етәксеһе З.Р.Әхтәмоваға, үҙе белем алған КБГИ директоры Ф.Ә.Йәнешеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.