+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2018, 17:41

“Өсөнсө”ләр һынатманы

29 – 31 майҙа Өфө ҡалаһында республиканың 7 районында “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” федераль программа-проекты буйынса эшләгән спорт кластары фестивале үтте.

Унда Красноусол башҡорт гимназия-интернатының беренсе кластан алып ошо программа менән шөғөлләнеүсе 3 “Б” класы уҡыусылары (класс етәксеһе – И.Ғ.Иҙрисова, физкультура уҡытыусыһы – Р.Р.Сөләймәнов) уңышлы сығыш яһап, спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла алдынғы икәнлектәрен иҫбатланы. Фестивалдең өс көнөндә лә төшкә тиклем уҡыусылар йүгереү, һикереү һәм башҡа күнекмәләр буйынса ГТО нормативтарын тапшырһа, төштән һуң баш ҡала буйлап экскурсияларҙа була, асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында, викторина, йыр смотрында ҡатнаша, математика һәм рус теле буйынса тест һорауҙарына яуап бирә.

Фестивалдә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән һәйбәт әҙерлекле, берҙәм, тырыш “өсөнсөләр” дөйөм команда зачетында һәм һүрәт төшөрөү конкурсында 3-сө урындарға лайыҡ була. Шәхси беренселектә малайҙар араһында Арыҫлан Шәрифуллин - 2-се, рус теленән тест һөҙөмтәләре буйынса Тимур Әбделмәнов - 2-се, Ильмира Ҡотова 3-сө урындарҙы яулай. Еңеүгә өлгәшкән кескәй спортсыларға ҡотлау һүҙҙәре һәм артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләргә генә ҡала.

Ярыштар ваҡытында балаларҙы оҙатып йөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән ата-әсәләргә, Өфөгә барырға мөмкинлек биргән район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты етәкселегенә рәхмәт әйтәбеҙ, өс йыллыҡ эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү беҙҙең өсөн дә шатлыҡлы хәл булды, тине уҡытыусылар.



Читайте нас: