+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2018, 12:02

Барлар уңыштарыбыҙ алда әле...

Тағы ла бер уҡыу йылы тамамланды. Имтихандар артта ҡалды, бушап ҡалған класс бүлмәләрендә һәм коридорҙарҙа һаман да балаларҙың шат тауыштары ауазы ишетелгәндәй. Мәктәп каникулдары – артҡа әйләнеп ҡарап, йыл буйы башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, һөҙөмтәләрҙе барлау һәм башҡалар өсөн һәйбәт мәл.

-Беҙҙең гимназия, билдәле булыуынса, тулы көнлө уҡыу йорто булып тора, йәғни уҡыусыларға уҡыу эшмәкәрлегенән тыш түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге бар, дәрес әҙерләү, тәрбиәселәр күҙәтеүендә төрлө саралар һәм башҡалар уҙғарыла. Быларҙың барыһы ла тәрбиәүи-уҡытыу процесының эффектлылығын күтәреүгә булышлыҡ итә, һәр бер баланың шәхес булып формалашыуында уңайлы шарттар булдыра.

Беҙҙең һәләтле өҫтәлмә белем биреү педагогтарының, класс етәкселәренең, тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең берлектәге тырышлығы менән беҙ ра-йонда ғына түгел, ә республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары һөҙөмтәләргә ирештек. Миҫалға хореографик йүнәлеште генә алайыҡ. “Төлкәҫ” ансамбленең бәләкәстәр төркөмө (етәксеһе – А.Ф.Буранова) балаларҙың “Байыҡ” телевизион конкурсының - Гран-прийын, “Ҡышҡы Стәрлетамаҡ” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында һәм “Таланттар ҡанатында” проекты сиктәрендәге Халыҡ-ара конкурс-фестивалдә I дәрәжә лауреат исемен яуланы.

“Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – А.Ф.Буранова) “халыҡ” исемен яуланы һәм балаларҙың “Бала саҡ планетаһы” үҙ аллы ижади төбәк конкурсында, “Еҙ үксә” халыҡ бейеүҙәре рес-публика конкурсында I дәрәжә лауреат, Ф.Ғәскәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең VIII төбәк-ара фестивалдә I дәрәжә дипломант булдылар.

И.Х.Хәбибуллиндың тәрбиәләнеүселәре И.Ҡотов менән И.Мөхәмәтова “Ҡышҡы Стәрлетамаҡ” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында I дәрәжә лауреат, ә “Быҙыбыт” ансамбленең бәләкәстәр төркөмө “Таланттар ҡанатында” Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә II дәрәжә дипломант исемен яуланылар.

Халыҡ йолаларын һаҡлап...

Гимназияла башҡорт халҡының йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Быға “Башҡортостан ынйылары” фольклор коллективтары конкурсы, башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса “Әкиәттә ҡунаҡта”, театр коллективтары конкурстары сағыу миҫал булып тора. Л.Ғ.Рәхимова, С.М.Игелекова, Л.Ғ.Ғәлиуллина һәм башҡаларҙың тәрбиәләнеүселәре мәктәп конкурстарында еңеү яулап, “Һәләтле балалар” район конкурсында “Йәш актер” номинацияһында еңеүселәр һәм призерҙар булдылар.

10 йылдан ашыу гимназияла Р.М.Ҡотдосов “Ҡурай” түңәрәге алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре ра-йон мәҙәниәт һарайының “Мағаш” халыҡ ҡурайсылар ансамбле менән берлектә төрлө концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, күп тапҡырҙар республика конкурстарында еңеүсе һәм призер исемен алдылар.

“Рух” фольклор коллективы (етәкселәре – Д.Ғ.Абдуллина, С.М.Игелекова) “Башҡортостан ынйылары - 2018” фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙың республика конкурс-фестиваленең төбәк турында еңеү яулап, финалда III дәрәжә лауреат исемен алдылар. И.Әбсәләмов “Лидер-башлап йөрөүсе” һәм “Иң яҡшы ир-егет роле”, ә Р.Насирова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе булды. Н.Искәндәрованың эше (етәксеһе – Р.Х.Бәхтейәрова) был конкурста “Иң һәйбәт тикшеренеү эше” булып табылды.

Гимназистарыбыҙ йылдың-йылы “Һәләтле балалар” район конкурсының “Вокал” номинацияһында призлы урындар яулайҙар. “Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” V төбәк-ара конкурсында педагог Д.Ғ.Абдуллинаның тәрбиәләнеүселәре А.Хисамова, А.Ғәлимова, З.Дәүләтбаева, Н.Ғәзизова, З.Рәхимова, Р.Шәйәхмәтов, Д.Зәйнетдинова, Д.Рәхимова, Л.Сәғәҙиева, Д.Хәбибуллин матур тауыштары менән жюриҙы хайран ҡалдырҙы, барыһы ла приз-лы урындарға лайыҡ булды.

Гимназистарҙы юмор, башҡортса шаяртыуҙар аша милли, мәҙәни тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында бишенсе йыл инде “Шаян-уйын” мәктәп проекты – шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы үтә. Был проекттың иң яҡшы уйынсылары “Һарыҡты кем ашаған?” командаһына берләшеп, БР КВН Юниор-лигаһында районыбыҙ данын яҡлайҙар. Командабыҙ дүрт тапҡыр КВН Юниор-лигаһында финалға сығып, призлы урындар яуланы.

Яңы үрҙәргә

Гимназистар Ғафури районы Йәштәрҙең “Свежий ветер” (“Һалҡын ел”) мәғариф форумында ҡатнашты. Уҡыусыларыбыҙҙың емешле эше һөҙөмтәһендә уларҙың бизнес-проекттары быйыл йәй Баймаҡ ҡалаһында уҙасаҡ конкурста ҡатнашыу тәҡдимен алды. Форумда ҡатнашыусы Д.Алтынсурина һәм Д.Ваһапов (етәкселәре – А.М.Ильясова), Р.Хәмзина (етәксеһе – В.Н.Хисаметдинова), А.Аҫылбәкова һәм Р.Бохармәтова (етәкселәре – А.Р.Ишкина), Н.Шәфиева (етәксеһе – Г.М.Шаймарҙанова) призер булдылар.

Уҡытыусы-тәрбиәселәр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын даими камиллаштырып тора. “Йыл уҡытыусыһы - 2018” ра-йон конкурсында Ю.З.Салауатова менән З.А.Исиргакова еңеү яуланы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ю.Р.Мәүлетҡоловтың ме-

тодик ҡулланмаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның 110 йыллығына арналған республика конкурсында 3-сө урынға лайыҡ булды.

Гимназияла йыл һайын педагогика һәм психология кафедраһының ун көнлөгө уҙа. Тәрбиәселәр төрлө кимәлдәге күрһәтмә дәрестәр уҙғара: тәрбиәүи сәғәттәр, интеллектуаль һәм ижади үҫеш буйынса дәрестәр, спорт байрамдары, белгестәр менән осрашыуҙар, тематик кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре. Быйылғы уҡыу йылында Г.Ғ.Мөхәмәтшина, А.М.Ильясова, А.Р.Ишкина, Р.Р.Йәнмырҙина, Р.Ә.Рәхимов, Ф.Н.Хисаметдинова, С.М.Игелекованың уҡыусыларҙың булған белемдәрен тәрәнәйтеүсе, аң даирәһен киңәйтеүсе, танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүсе, рухи ҡиммәттәрен формалаштырыусы, дөйөм алғанда, уҡыусыларҙы конкурентлыҡҡа һәләтле, әхлаҡи йәһәттән сыҙамлы шәхестәр булып үҫешеүгә булышлыҡ итеүсе халыҡ педагогикаһына таянып уҙғарылған тәрбиәүи саралары бигерәк тә уңышлы үтте.

Тәрбиәселәр А.М.Ильясова, А.Р.Ишкина, Ф.Н.Хисаметдинова, Л.Ф.Ишбулдина, Л.Р.Рәхимова фекер үҫтереү буйынса авторлыҡ программаларын әҙерләне, эштәре бөтөн коллектив эшмәкәрлегендә уңышлы ҡулланыла.

2016-2017 йылғы сығарылыш уҡыусыларының уҡыу йорттарына уҡырға инеү һәм БДИ-нан уртаса балл һөҙөмтәләре буйынса КБГИ республиканың уҡытыу эшмәкәрлеген туған телдә алып барған иң яҡшы ете инновацион учреждениелары иҫәбенә инде.

П.И.Михайлов, Т.М.Ишҡолова, О.В.Вахитова, Г.Ф.Кәримова, И.И.Вафина, Э.С.Ҡунафина, Э.Р.Рахманғолова, З.А.Исиргакова, И.Р.Солтанморатова, З.Ф.Болоненкова, Г.Ә.Мәүлетҡолова, И.Ғ.Иҙрисова, Г.Ә.Вәлиева, Ю.Р.Мәүлетҡолов, Г.Ә.Латипова, М.Р.Батыршина, М.М.Дәүләтова, Р.Ә.Ваһапова, М.М.Рәхимова һәм башҡа уҡытыусылар дәрестәрен заманса технологияларҙы ҡулланып, юғары методик кимәлдә уҙғара.

Уҡыусыларыбыҙ уңыштарын барлап...

Дөйөм Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы уҙғарған “Танып белеү һәм ижад” абруйлы олимпиадаһында уҡыусыларыбыҙ бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: Л.Хәсәнова – 1-се (биология), Л.Сәғәҙиева (математика) менән З.Йәғәфәрова (биология) – 2-се, А.Юлмөхәмәтов (тарих), А.Әбделмәнова, Д.Зарипова, Д.Басиров (биология) 3-сө урындарҙы яуланылар.

Быйылғы уҡыу йылында уҡыусылар тәүгеһенән Туймазы ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй “Асыш алдында” фәнни-практик конференцияһында ҡатнашып, һәләтле йәш тикшереүселәр К.Шаймарҙанов, А.Вафина, Г.Нәзирова призлы урындар яуланы.

Йылдан-йыл Ю.А.Гагарин исемендәге кубокҡа олимпиадала ҡатнашыусылар һаны арта бара. Беҙгә, республиканың иң яҡшы 40 мәктәбе араһында КБГИ ла бар, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. 11-се класс уҡыусыһы И.Рәхмәтуллин был олимпиадала (физика) 3-сө урынға лайыҡ булды һәм уға Өфө дәүләт нефть техник, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт аграр, Башҡорт дәүләт университеттарына уҡырға ингәндә өҫтәлмә 10 балл биреләсәк. Ә М.Поволокинаға Екатеринбург Урал федераль университетына уҡырға ингәндә 3 балл өҫтәләсәк.

Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингәндә ошо уҡыу йорто олимпиадаһында математика һәм физика буйынса бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, призер булған сығарылыш уҡыусылары И.Мәхийәнова, И.Һөйөндөков, Н.Дәүләтбаев өҫтәлмә балға эйә буласаҡ.

Йыл һайын Бөтә Рәсәй “Ломоносов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ (Г.Фәтҡотдинова, Г.Нәзирова), ә быйылғы “Кейекбаев уҡыуҙары” район конференцияһында алты уҡыусыбыҙ призер булды.

Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында һыҙма (черчение) буйынса И.Һөйөндөков призер булһа, 7 ”А” класс уҡыусыһы Г.Ибәтуллина башҡорт теле буйынса еңеү яуланы, 8 "А" класс уҡыусыһы Д.Басиров - Башҡортостан мәҙәниәте буйынса олимпиада призеры.

Перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып спорт тора. Беҙ “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектында ҡатнашабыҙ. Уның бурыстары булып сәләмәтлекте һаҡлау технологияларын ҡулланып, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, спортҡа һәләтле балаларҙы иртә асыҡлау һәм башҡалар. Был проект буйынса беҙҙә 4 спорт класы асылды, уҡыусылар һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Республика ГТО фестивалендә 3 “Б” класс уҡыусылары 3-сө урын яуланы.

Бер мәҡәләлә генә гимназиябыҙҙың бөтөн ҡаҙаныштары һәм уңыштары хаҡында һанап бөтөп тә булмай, әлбиттә. Башҡарылған ҙур эштәр артында педагогтарҙың, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһе тороуын әйтергә кәрәк. Киләһе уҡыу йылында ирешелгән һөҙөмтәләр менән генә сикләнмәй, тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләрбеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.


Читайте нас: