+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2018, 12:18

“Хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу”


Уҙған уҡыу йылында район мәғариф системаһында үҙгәрештәр булды. Красноусолдағы 2-се мәктәпкә реорганизация үтеп, уға филиал булараҡ Родина мәктәбе ҡушылды. Әлеге көндә районда 25 белем биреү учреждениеһы: 11 урта, 7 төп белем биреү мәктәбе һәм гимназия-интернат, 4 балалар баҡсаһы, Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. Бынан тыш, 18 мәктәптә 54 мәктәпкәсә төркөмдә мәктәпкәсә белем биреү ойошторолған. Мәктәпкәсә белем биреү етәкселәрҙең дә, йәмәғәтселектең дә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Тәү сиратта был балаларҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыуға ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа өҫтәлмә төркөмдәр асылыу һөҙөмтәһендә бында сират бөтөрөлә бара. Ра-йон балалар баҡсаларында заманса стандарттарға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы шарттар булдырылған. Мәктәпкәсә белем биреүҙе модернизациялау саралары сиктәрендә “Әкиәт” балалар баҡсаһының ҡыйығы һәм “Тирәккәй” балалар баҡсаһының ҡоймаһы яңыртылды.

Балалары мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөмәгән ата-әсәләр өсөн “Миләшкәй”, “Әкиәт”, “Тирәккәй” һәм Курорт мәктәбендә консультация үҙәктәре булдырылды. Уларҙа белгестәр ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә методик-психологик ярҙам күрһәтәләр. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаларына йөрөш түбәнәйеүе күҙәтелә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәрен был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирергә, ата-әсәләр менән эш алып барырға саҡырам.

Мәктәп – ғаилә шарттары, мөмкинлектәре һәм йәшәгән урынына ҡарамайынса, һәр уҡыусы белем, тәрбиә алырға тейешле тормош баҫҡысы ул. Бының өсөн мәктәптә Интернет селтәренә тоташҡан компьютерлы заманса йыһазландырылған кабинеттар, уҡыу әсбаптары һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге булырға тейеш.

Яңы уҡыу йылында район мәктәптәрендә 4405 уҡыусы белем аласаҡ. Ауыл мәктәптәрендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу федераль программаһы бу-йынса уҙған уҡыу йылында Ҡарағай һәм Ҡауарҙы мәктәптәренең спорт залдары ремонтланды. Бының өсөн 1 млн 197 мең һум аҡса тотонолдо.

Хәҙерге заман мәғарифы мобиль уҡытыуға, интерактив уҡыу модулдәренә, виртуаль ысынбарлыҡҡа нигеҙләнә. Һанлы белем биреү мөхите – ил Президентының Май указдарында билдәләнгән 9 милли проекттың береһе. Уға ярашлы, 2023 йылға илдәге бар мәктәптәр ҙә электрон китаптар менән уҡыуға күсергә тейеш.

Районда “Юл картаһы” программаһы сиктәрендә район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирә. Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә 490 компьютер һәм 315 ноутбук, 21 информатика кабинеты һәм 126 мультимедиялы класс (уларҙа 126 проектор, 67 интерактив таҡта, 7 интерактив уҡытыу системаһы, 11 һанлы лаборатория бар) эшләй. Бөтә мәктәптәрҙә лә Интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге, сайттарҙы фильтрлаусы “Интернет-Цензор” системаһы бар. Йыл һайын “Интернетта берҙәм хәүефһеҙлек дәресе” үтә. Яңы уҡыу йылында “Интернет селтәрендә балаларҙың медиа хәүефһеҙлеге” түңәрәгенә 35 сәғәт бүленә. Красноусол мәктәптәрендә юғары тиҙлекле Интернет (20 Мб/с) үткән. 2018 йылда бар мәктәптәр ҙә юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташырға тейеш.

Муниципаль белем биреү системаһында башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Тап башланғыс кластарҙа фәнгә, төп төшөнсә һәм темаларға нигеҙ һалына. Шуға күрә уҡытыусылар баһаларҙы объектив һәм уҡыусыны тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә теләк тыуҙырырлыҡ итеп ҡуйырға тейеш. 2018 йылдың мартында 4-се класс уҡыусыларының 3-сө сирек баһаларын һәм апрелдә үткән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре һөҙөмтәләрен сағыштырып, сирек баһаларының арттырып ҡуйылғанлығы асыҡланды. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре 2017 йылдан алып башланғыс, урта һәм өлкән кластарҙа үткәрелә.

Белем биреүҙең сифатын билдәләүсе төп күрһәткес булып дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тора. Уҙған уҡыу йылында рус теле һәм математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 154 ун беренсе класс уҡыусыһы ла тапшырып, урта белем тураһында аттестат алыуға өлгәште. Математика (профиль), география, информатиканан тыш, бөтә фәндәр буйынса ла юғары балдар алыусылар артты. Рус теле, физика, тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, инглиз теленән уҙған йыл менән сағыштырғанда уртаса балдар юғарыраҡ. Иң әҙ балл алыусылар һаны кәмене.

Дөйөм алғанда, БДИ-2018 һөҙөмтәләре тотороҡло һәйбәт булды тип әйтергә мөмкин. Уҡыусылар күп йәһәттән уҡытыусыларыбыҙ тырышлығы менән йыл һайын сифатлы һөҙөмтә күрһәтә. Бер нисә йылда тәүләп Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡыусыһы “Йәмғиәт белеме” фәненән 100 балл йыйҙы.

Шул уҡ ваҡытта туғыҙынсыларҙың йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре уйланырға мәжбүр итә.

Имтихандарҙа ҡатнашҡан 404 уҡыусының 399-ы ДЙА-ны уңышлы тапшырып, төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, был 97,6 процент тигән һүҙ. Уларҙың 25-е (6,2 %) отличие билдәле аттестат алды.

2017-2018 уҡыу йылында 9-сыны тамамлаусыларҙың барыһы ла рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәләшеү һынап ҡарауын үтте. Яңы уҡыу йылынан был әңгәмәләшеү мотлаҡҡа әйләнә. Һөйләй белеү туғыҙынсылар өсөн тәүге һынау буласаҡ һәм үҙенә күрә башҡа имтихандарға индерелеүгә юл асасаҡ.

Хөрмәтле коллегалар!

Белем биреүҙең һөҙөмтәһе – өлгөрөш һандары һәм БДИ балдары ғына түгел, ул – баланың алған белемен дәрестә генә түгел, ә төрлө интеллектуаль ярыштарҙа күрһәтә алыуы ла.

Беҙҙең район уҡыусылары 2011 йылдан 5 фән буйынса башланған “Гагарин Кубогы” олимпиада хәрәкәтенә әүҙем ҡушылды. Яңы уҡыу йылынан унда алтынсы фән – “башҡорт теле” лә индереләсәк. Өс йыл рәттән беҙҙең 1-8-се класс уҡыусылары, ике йыл инде балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре Гагарин олимпиадаһында ҡатнашып призер булалар, ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара.

Дөйөм белем биреү мәктәптәренең эшен анализлау күрһәтеүенсә, йылдың-йылы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса ла, муниципаль ғына түгел, төбәк олимпиада хәрәкәтендә лә Красноусолдың 1-се, 2-се һәм 3-сө мәктәптәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының педагогик коллективтары һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Ләкин дөйөм күренеш йыуаныслы түгел, республика этабында беҙҙең райондан призерҙар һәм еңеүселәр һаны һуңғы өс йылда кәмеүгә табан бара. Педагогтарҙың һөнәри конкурстарында ла шундай уҡ хәл. Уҡытыусыларыбыҙҙың Рес-публика йыл уҡытыусыһы конкурстарында алған һандары ла, районыбыҙ вәкилдәренең ундай бәйгеләрҙә йыл һайын ҡатнашмауы ла ҡыуандырмай. Мәҫәлән, 2017 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында беҙҙең райондан кеше булманы, һуңғы ике йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, өс йыл инде “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашыусы булманы. Был нимә – уҡытыусыларҙың һүлпәнлегеме? Әллә методик кабинеттың эшләп еткермәүеме? Икеһе лә барҙыр. Аңлайбыҙ: конкурста ҡатнашыу – ғәйәт ҙур хеҙмәт, ваҡыт, хатта аҡса ла. Әммә “уҡытыусы үҙе уҡыған ваҡытта йәшәй, уҡыуҙан туҡтанымы – унда уҡытыусы үлә” тигән хәҡиҡәтте лә оноторға ярамай.

Конкурс һәм олимпиадаларҙың Республика этабында еңеүҙәр һанының кәмеүенә, тәү сиратта, педагогик коллективтарҙа һәләтле балалар менән системалы эш юҡлығы, түләүле түңәрәктәр булмауы сәбәпсе. Ләкин был аҡлау була алмай. Уҡытыусы эшен шундай итеп ойошторорға тейеш: баланы үҫтереү ҙә, имтихандарға әҙерлек тә, балаларҙы интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнашырға дәртләндереү ҙә дәрес йөкмәткеһендә булһын. Дәреслек һәм мәктәп программаһы менән генә, өҫтәмә белем сығанаҡтары ҡулланмайынса, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы дәрес биреп булмай.

2016 йылда беҙҙең районда конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса “Юл картаһы” раҫланды. Унда балалар һәм йәштәрҙең техник һәм фәнни-техник ижадына ярҙам механизмдарын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар билдәләнгән. “Юл картаһы”нда планлаштырылған район саралары беҙҙең гимназистарҙың “Киләсәк интеллекты” Бәләкәй Фәндәр академияһы сиктәрендә уҙыусы “Танып белеү һәм ижад” Бөтә Рәсәй чемпионатында әүҙем ҡатнашыуы менән үтәлә. Былтыр унда гимназия командаһы ҡатнашып, 14 призлы урын яуланы.

Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә өҫтәмә белем биреү айырым урын тота. Йыл һайын үҙ тәрбиәләнеүселәре менән төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән өҫтәмә белем биреү педагогтары: Балалар ижады үҙәгенән Айрат Миңлебаев, Светлана Бакаева, Айгөл Әбделмәнова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары Наталья Проценко, Вил Үтәғолов, Алексей Яковлев, Лидия Елсукова һ.б.

Әле районда балаларҙы өҫтәмә белемгә йәлеп итеү 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың дөйөм һанынан (5282 бала) 81 процент тәшкил итә (республикала – 78 %). Балалар ижады үҙәге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мәшғүл балаларҙың сифатлы өҫтәмә белем алыуына өлгәшеү маҡсатында муниципаль берәмек кимәлендә оҙайлы үҫеш стратегияһы булдырырға кәрәк. Был стратегия әле булған белем биреү программалары һәм уҡыу пландары йыйылмаһына ғына түгел, ә балаларҙың ысын ихтыяжын анализлауға нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса балаларҙың техник ижадын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө булыуына, тәрбиәләнеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныу һәм теләктәрен иҫәпкә алып, танып-белеү йүнәлешендәге программалар эшләргә кәрәклегенә баҫым яһағы килә.

Әлеге көндә Район мәҙәниәт һарайы базаһында “Робот техникаһы” түңәрәге эшләй, унда район үҙәгенән 12 бала йөрөй, етәксеһе – 1-се мәктәптең физика уҡытыусыһы Иван Викторович Соколов. Шундай уҡ техник түңәрәктәрҙе БИҮ базаһында ла ойошторорға кәрәк.

Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!

Уҡыу йылының ыңғай йомғағы, ул, әлбиттә – 11-се класты

тамамлаусыларҙың вуздарға инеү күрһәткесе. 2018 йылда районыбыҙҙың 104 мәктәп тамамлаусыһы (дөйөм һандың 68 проценты) юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Уларҙың 80-е республикабыҙ вуздарын һайлаған.

Әммә, элекке йылдарҙағы һымаҡ уҡ, иң яҡшы уҡыусыларыбыҙҙың күптәре юғары белемде бүтән төбәктәрҙә алыуҙы хуп күрә. Быйыл да 24 мәктәп тамамлаусыбыҙ (дөйөм һандың 16 проценты) республиканан ситтә белем аласаҡ. Был, бер яҡтан шатлыҡлы: тимәк, ғафури уҡыусыларының белем сифаты тейешле кимәлдә, икенсе яҡтан проблема ла булып тора, сөнки иң яҡшы егет-ҡыҙҙар ситтә белем алғас, сит яҡтарҙа эшкә ҡала. Шуға ла мәғариф бүлегенә мәктәптәр етәкселеге менән берлектә мәктәптәрҙең республика вуздары менән хеҙмәттәшлеген яңыса ҡороу өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Хөрмәтле коллегалар!

Беҙҙең тарафтан күп нәмәләр эшләнде, ыңғай һөҙөмтәләр бар. Шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа бар әле. Беҙ, белем биреү ойошмалары етәкселәре, барлыҡ педагогтар, белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһының тырышлығын алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, сифатлы белем биреү өсөн балалар һәм уҡыусыларға уңайлы, имен һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыуға йүнәлтергә тейешбеҙ.

Хөрмәтле педагогтар! Бер нисә көндән мәғарифта эшләүселәрҙең һәммәһе өсөн иң әһәмиәтле байрам етә. Тап ошо көндән беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың ауыр, әммә мауыҡтырғыс юлы башланған йәки башлана. Кеше ниндәй генә юғарылыҡтарға өлгәшмәһен, уның юлы 1 сентябрҙән башлана. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм ғаиләләр именлеге теләйем! Башланып торған яңы уҡыу йылы һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм емешле булһын, асыштар шатлығы һәм яңы ҡаҙаныштар алып килһен!

Уҡыусыларығыҙ һеҙҙе яратһын һәм хөрмәт итһен, мотлаҡ уңышҡа өлгәшһен. Сөнки уларҙың ҡаҙанышы – һеҙҙең оҫталыҡты иң һәйбәт таныу.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: