+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 11:47

Хәүефһеҙ булһын юлдар

Балалар һәм йәштәр ойошмалары, ғаилә менән бер рәттән, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреп, бик күп саралар үткәрә. Улар араһында балаларҙың хәүефһеҙлегенә арналғандары айырым урын алып тора.

Балалар һәм йәштәр ойошмалары, ғаилә менән бер рәттән, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреп, бик күп саралар үткәрә. Улар араһында балаларҙың хәүефһеҙлегенә арналғандары айырым урын алып тора.

Шундай сараларҙың береһе – күптән түгел Балалар ижады үҙәге (директоры – И.П.Шаульская) район эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (начальник вазифаһын башҡарыусы – А.М.Борханов) менән ойошторған “Юл хәрәкәте йәш инспекторҙар мәктәбе” район конкурсы булды. Йыл һайын үткәрелеп килгән был бәйгелә 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнашлығында 4 команда көс һынашты. Сараның маҡсаты – балаларҙың юл-транспорт хәрәкәтендә имгәнеүен иҫкәртеү һәм уларҙы юл ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ылыҡтырыу. Конкурс башланыр алдынан балаларҙы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы А.М.Борханов тәбрикләне һәм уңыштар теләне.

Бәйге береһенән-береһе ҡыҙыҡлы этаптарҙан торҙо. Разминка ваҡытында уҡыусылар ҡаршы командаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса, шул иҫәптән быйыл иғлан ителгән Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылына ҡарата ла һорауҙар бирҙеләр. Икенсе конкурста капитандар юл тамғаларын, беренсе медицина ярҙамы күрһәтә белеүҙә ярышты. Йолаға ярашлы, һуңғы бәйгелә уҡыусылар алдан бирелгән темалар буйынса фото һәм видео-презентация күрһәтте. Командалар был конкурсҡа ла ентекле әҙерләнгән, уларҙың сығыштары сағыу һәм үҙенсәлекле булды.

Ярышты баһалаған жюри ағзалары: А.М.Борханов, Г.Ғ.Мирхәйҙәрова (йәштәр секторы етәксеһе), А.Б.Басирова (мәғариф бүлеге методисы), Е.В.Сәмиғуллина (китапханасы) мәрәйҙәрҙе һанағандан һуң, урындарҙы билдәләне. Шулай итеп, ЮХХДИ-ның һәм Балалар ижады үҙәгенең Маҡтау грамоталары менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Йәш йөрәктәр” (етәкселәре – А.Р.Ишкина, Л.Ф.Ишбулдина) – беренсе, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең “Светофор” (етәксеһе – М.Н.Сабитов) – икенсе, 2-се мәктәптең “Светофор Светофорыч” командаһы (етәксеһе- Л.Ф.Хәмзина) менән КБГИ-ның “Автостоп” командаһы (етәксеһе – Л.Ғ.Ғәлиуллина) – өсөнсө урындар өсөн бүләкләнде. Фотокрос-та ҡатнашҡан һәр уҡыусыға “Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары - 2018” программаһы буйынса сертификаттар, шулай уҡ командаларға тәмле торттар (бағыусыларыбыҙ С.И.Фомина, Ә.Х.Фәйзуллин, Г.В.Ҡаҙаҡҡолова, Р.Ф.Рахманғоловаға рәхмәт!) тапшырылды.

Балалар ижады үҙәге конкурс-ты үткәреүҙә хеҙмәттәшлектәре өсөн райондың эске эштәр бүлеге ЮХХДИ-һына (начальнигы - Ж.Ә.Ғәйнуллин) һәм район мәҙәниәт бүлегенә (начальнигы - Е.В.Соколова) рәхмәт белдерә.
Читайте нас: