Тышта төҫтәргә бай сағыу көҙ айы. Ошондай матур миҙгелдә кешелек донъяһы иң изге, иң күркәм байрамдарҙың береһе – Уҡытыусылар көнөн билдәләй. Һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле һәм яҡын был байрамды Красноусолдағы 1-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Уйылдан ҡыҙы Сиражетдинова ла ҙур тулҡынланыу менән ҡаршылай.
-Кисә генә 36 йыллыҡ хеҙмәт юлымды байҡап ултырҙым әле. Бик күп хәтирәләр, мөһим ваҡиғалар араһында һағынып иҫкә алған йылдарым Сала-
уат педучилищеһын тамамлап, 19 ғына йәшемдә Сәйетбаба мәктәбендә пионервожатый булып эшләгән сағымдыр ул, - тине Рәмилә Уйылдан ҡыҙы йәшлек хәтирәләрен байҡап.
- Эйе, ул йылдарҙа мәктәптең тәрбиә эшендә пионер, комсомол ойошмаларының әһәмиәте ҙур ине. Янып-көйөп, дәртләнеп эшләй ул балаларҙың пионер ойошмаһында. Бер аҙҙан башланғыс кластарҙа рус теленән уҡыта башлай. Яҙмыш елдәре уны Красноусолға алып килә. 1989 йылда “Әкиәт” балалар баҡсаһында эшләй башлап, иң тәүге төркөмдө ҡабул итеп ала ул. 2 йыл Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эшләгәндән һуң, ҡабаттан ул ваҡытта 1-се мәктәптең базаһы булған “Әкиәт” балалар баҡсаһында 1-се кластарҙы уҡыта башлай. Шул йылдарҙан бирле ошо мәктәптә башҡорт балаларына башланғыс белем бирә Рәмилә Уйылдан ҡыҙы. Үҙ һөнәрен яратҡан, тырыш уҡытыусының уңыштары ла күп, әлбиттә. Район, республика кимәлендә Гагарин кубогына олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусылары ла бар. Уҙған уҡыу йылында, мәҫәлән, Арыҫлан Ғәлиуллин
математика һәм "Тирә яғыбыҙҙағы донъя"
фәндәре буйынса район этабында 1-се урынды ала. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән уҡытыусы “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған.
Быйыл уның беренсе класында 17 уҡыусы. “Башҡорт класына балалары башҡорт телен өйрәнһен, аңлаһын, ошо телдә аралаша белһен тигән ата-әсәләр килтерә. Ҡайһы бер ғаиләләрҙең өсөнсө балаларын уҡытам. Уҡыусыларым онотмайҙар, байрамдар менән ҡотлап, рәхмәт әйтеп, хәл белешеп торалар”, - тип шатлығы менән уртаҡлаша Рәмилә Уйылдан ҡыҙы.
Ысынлап та, бар булмышын балаларға бағышлаған уҡытыусы өсөн ошонан да юғарыраҡ баһа, ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул.