Ветерандар хәрәкәтенең әүҙемселәрен бүлексә мөдире А.М.Ғәзизова сәләмләне. Сарала ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән ҙур байрам менән район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова тәбрикләне, уға район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ф.С.Зәйнуллина ла ҡушылды.
Артабан сара сәй табыны артында дауам итеп, ысын мәғәнәһендә йәнле аралашыуға ҡоролғайны ул. Осрашыуҙа атҡаҙанған педагогтар Р.В.Чушкина менән З.М.Зыязетдинова, мәктәпкәсә белем биреү ветераны Л.В.Воронова, муниципаль хеҙмәттең элекке яуаплы хеҙмәткәрҙәре В.А.Суслов, Э.С.Степанова, Ф.Р.Дәүләтбаев, Р.С.Нафиҡова, ауыл һәм урман хужалығы, матбуғат ветерандары Ғ.М.Рәхмәтуллин, Н.Г.Степанов, Н.Г.Пискун, эске эштәр бүлеге ветераны, шулай уҡ бүлектең Хәрби дан музейы етәксеһе лә булған К.Ф.Хәлитов ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да музейға саҡырҙы. Ветерандар музейҙа район милицияһының (хәҙер - полиция) 30-сы йылдарҙан алып үткәне һәм бөгөнгөһө сағылдырылған бай тарихы менән танышты. Иҫтәлекле сара Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә арналған обелискыға сәскәләр һалыу менән тамамланды.