+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 12:59

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы - белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Эльвера Ҡунафинаға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул. Эльвера Сәхиулла ҡыҙы хеҙмәт юлын тәрбиәсе булып “Әкиәт” балалар баҡсаһында башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында белем ала. Ҡулына диплом алғас, гимназияға тәрбиәсе һәм бер йылдан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә күсерелә. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн Эльвера Сәхиулла ҡыҙы көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 2009 йылда республика буйынса үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында беренсе урынға лайыҡ булыуы, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” һәм районыбыҙҙа “Йыл кешеһе” исемен алыуы, шулай уҡ ҡулындағы бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы үҙ итә. “Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артист та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел”, – ти ул. Үткән уҡыу йылында ғына ла уҡыусылары менән күпме еңеүҙәр яулағандар: “Башҡортостанға дан йырлайым” иншалар конкурсында еңеүсе Лилиә Саттарова, “Яҙыусы Ш.Насиров ижады” конкурсында һәм “Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында 1-се урынға лайыҡ булыусы Айназ Рафиҡов, “З.Биишева ижады” интернет-викторинала еңеү яулаусы Наҙгөл Шәфиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара интернет-олимпиада еңеүселәре Илмира Иҙрисова, Алина Сибәғәтуллина, “Рәшит Назаров ижады” яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе еңеүселәре Ангелина Дәүләткилдина, Нәркәс Вахитова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте республика олимпиадаһы еңеүсеһе Гөлнур Ибәтуллина һәм “Йәншишмә”, “Аманат”, “Шоңҡар” гәзит-журналдары үткәргән бәйгеләрҙә еңеүсе уҡыусылары ла бихисап. Был һөҙөмтәләр уҡытыусының ныҡышмалы хеҙмәт емеше ул.

Эльвера Сәхиулла ҡыҙы үҙ бурысына һәр саҡ яуап-лы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләге килә.
Читайте нас: