+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 13:06

Тынғыһыҙ мөғәллим

Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең физика, геометрия, информатика фәндәре уҡытыусыһы Раил Рәйес улы Йомағоловтың дәрестәрен уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

36 йыл эш стажы булған тәжрибәле уҡытыусы һәр дәресен балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп

үткәрә, ҡатмарлы төшөнсәләрҙе лә ябай һәм аңлайышлы итеп еткерә белеүе менән айыры-лып тора. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән уҡытыусы 2004 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. “Мәктәптең сайты менән бәйле бар эштәр ҙә уның өҫтөндә, уҡытыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға ла һәр ваҡыт әҙер,” – ти уның тураһында һөйләгәндә мәктәп директоры Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы Әбделмәнова. Ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй Раил Рәйес улы – дәрестәрҙән һуң киске сәғәт 6-ға тиклем

9-сы, 11-се кластарҙы дәүләт имтихандарына әҙерләһә, ҡайтып күп тә тормай, мәктәптең спорт залына волейбол секцияһына килеп етә. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, хатта ауыл йәштәрен дә ылыҡтыра ул был спорт төрөнә. Ғаиләһе менән спортсылар икәнен дә күптәр яҡшы белә.

Уҙған уҡыу йылында 7 ун беренсе класс уҡыусыһын оло тормош юлына сығарған ул. Уларҙың Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, дүртәүһенең - урта, өсәүһенең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай Раил Рәйес улы. Быйылғы уҡыу йылын ул яңы компьютерҙар менән йыһазландырылған кабинетта яңы уй-хыялдар, дәрт-дарман менән башлаған. Яуаплы эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеп эшләргә насип булһын һеҙгә, Раил Рәйес улы!
Читайте нас: