+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2018, 14:24

Танышайыҡ, дуҫлашайыҡ

Быйылғы уҡыу йылында ла гимназия төрлө кластарға килгән уҡыусылар менән тулыланды. Башланғыс кластарға 41, урта һәм юғары кластарға 26 уҡыусы белем алырға килде.

Гимназияның матур йолаһы буйынса күркәм сараларҙың береһе «Танышайыҡ, дуҫлашайыҡ” кисәһе шаулы һәм күңелле үтә. Кисәлә һәр яңы уҡыусы үҙе менән таныштыра һәм ниндәй ҙә булһа һөнәрен күрһәтә. Ҡайһы берҙәре сәхнәгә сығып ҡараған, ҡайһылары сәхнәгә аяҡ та баҫып ҡарамаған балалар... Тәрбиәселәр уларға ҡыйыуыраҡ булырға, сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға һәм, әлбиттә, мәктәп мөхитенә өйрәнеп китергә ярҙам итәләр һәм бергәләшеп концерт номерҙары әҙерләйҙәр. Бында инде вокал һәм бейеү түңәрәктәре етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы менән Айгөл Фәрит ҡыҙының оҫталыҡтары хайран ҡалдыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар яңы килгән уҡыусыларҙы сәхнәгә сығырға әҙерләй. Бына билдәләнгән көн килеп етә һәм яңы дуҫтар менән танышырға тип, уҡыусылар тамаша залына ашыға.

Быйыл был сараны ойоштороу 3-сө, 7-се, 8-се класс тәрбиәселәре Л.М.Рафиҡова, Э.Ф.Хөсәйенова, Р.Х.Бәхтийәроваға йөкмәтелгәйне. Улар төҙөгән сценарий буйынса барған тамаша барыһына ла бик оҡшаны. Кисә шаян һүҙҙәр, сәхнәләштерелгән ҡыҫҡа сәхнә күренештәре менән үрелеп барҙы. Уҡыусылар Айназ Рафиҡов, Наҙгөл Ғәзизова, Азалия Садиҡова, Иршат Дауытов, Данил Сәлимов, Әлиә Хөсәйенова йәнле итеп алып барыуҙары менән һоҡландырҙы. Гимназияға яңы һәләтле дуҫтар килеүенә ҡыуаныстарын белдереп, тамашасылар һәр кемдең сығышын оҙаҡ алҡышланы.
Читайте нас: