+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2018, 12:34

Һәр уҡытыусы лайыҡ хөрмәткә


Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог”, “Йәш армия”, пионер ойошмаларының эшмәкәрлеген яҡтыртҡан стендтар, кейеҙ баҫыу, балсыҡ әүәләү, ағасты биҙәү, сәйлән менән сигеү түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе балаларҙың ҡул эштәре, Аҡкүл ауылының ағас һындар эшләү оҫтаһы Александр Заплатиндың күргәҙмәһе, район китапханалары эргәһендә ойошторолған төрлө түңәрәктәр эштәре байрамға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Артабан уҡытыусылар тамаша залына йыйылды. Уларҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров ҡотланы.

- Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Кеше шәхес булып үҫешә, йәмғиәттә үҙ урынын таба алмаҫ ине, әгәр уҡытыусы булмаһа. Һәр баланың күңеленә асҡыс табып, уны белем тауына әйҙәүсе, һәләттәрен үҫтереүсе, һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреүсе, көслө рухлы, мәҙәниәтле итеүгә бар булмышын биреүсе уҡытыусыларҙы хөрмәтләргә, рәхмәт һүҙҙәре әйтергә йыйылғанбыҙ. Бөгөнгө күркәм байрамда ошо яуап-лы һәм абруйлы һөнәргә ғүмерҙәрен бағышлаған мәғариф ветерандарын да тәбрикләйбеҙ, йәш быуынға лайыҡлы өлгө булыуығыҙ, оло тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Район

уҡытыусылары менән бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, проблемаларҙы хәл итергә була. Һеҙ беҙҙең терәгебеҙ һәм ғорурлығыбыҙ. Һеҙгә ижади уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем, - тине Р.Бохаров. Һәм байрам уңайынан үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә юғары уңыштарға өлгәшкән бер төркөм уҡытыусыларҙы бүләкләне.

“Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә Красноусолдағы 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.В.Яковлева, 3-сө мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Р.Р.Маркисова, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе И.В.Белянина лайыҡ булды. Республика Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының биология уҡытыусыһы И.И.Вафина, 2-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Л.В.Ипатова, Үзбәк дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Э.Ф.Ғәйнуллина, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Г.Ә.Батыршина бүләкләнде. Шулай уҡ мөғәллимдәргә район хакимиәтенең, район Советының Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Уҡытыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова ҡотлап, мәғариф өлкәһендәге уңыштар менән уртаҡлашты. Мөғәллимдәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм 2-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы А.В.Яковлевты, Ҡарағай мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө өлкән тәрбиәсеһе А.М.Амангилдинаны, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Л.Р.Рәхмәтуллинаны, Табын ауылының “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе И.Н.Верушкинаны район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Ҡотлауҙарҙан һуң уҡытыусылар райондың ижади коллективтары әҙерләгән матур концерт ҡараны.
Читайте нас: