+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ноябрь 2018, 18:06

Уңышығыҙ менән!

26 октябрҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернатының «Һарыҡты кем ашаған?» командаһы яңы составта һәм яңы етәкселәр - Луиза Флүр ҡыҙы Ишбулдина һәм Гөлшат Минеғәле ҡыҙы Шаймарҙанова ҡулы аҫтында тағы ла районыбыҙҙың данын яҡларға тип, Башҡорт Юниор лигаһының 6-сы миҙгелендә көс һынашырға юл тотто.

Был юлы уйынды БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты ойошторғайны һәм «Алтылағы алтмышта» тигән теманы асырға тигән маҡсат ҡуйғайны. Уйында алты команда ҡатнашты. Уларҙың дүртеһе Өфө ҡалаһынан (Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты, Респуб-лика башҡорт лицей-интернаты, Республика йылылыҡ-энергетика колледжы, Өфө ҡалаһының 20-се лицейы) һәм береһе - Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы ине. Әлбиттә, баш ҡала һынлы баш ҡаланан килгән командаларҙы күреп уҡыусыларыбыҙ тәүҙә ҡаушабыраҡ ҡалды. Тик беренсе репетициянан һуң уҡ беҙҙең уҡыусылар үҙҙәрен бик тиҙ ҡулға алды һәм сәхнәлә күптән сығыш яһаған кеүек итеп күрһәттеләр. Ысынында иһә, команда ағзаларынан Искәндәр Шаймарҙанов һәм Денис Хәбибуллин ярыштарҙа бер нисә мәртәбә ҡатнашҡаны бар ине. Ә Азалия Ишкина, Лилиә Аҫылбәкова, Рәсүл Табынғолов, Илһам Шәфиев үҙҙәрен тәү тапҡыр яңы ярышта һынап ҡараны.

Ярыш көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Командалар бер-береһен уҙҙырып сығыш яһарға тырышты. Беҙҙең команданың сәхнәлә үҙҙәрен ҡыйыу, иркен тотоуҙары, сәхнә күренештәрен оҫта итеп уйнауҙары, әлбиттә, жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Отошло һайланған көлкөлө миниатюралар команданың баһаһын арттырҙы.

Жюри баһаламалары буйынса «Һарыҡты кем ашаған?» командаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһы командаһынан ҡала икенсе урынды алды. Уларға тик «Афарин, шулай дауам итегеҙ!» тиергә генә ҡала. Уҡыусыларҙы декабрь айында үтәсәк сирек финалға сығыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: