+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2018, 13:24

Музейға сәфәр

Көҙгө каникулдарҙың матур бер көнө. Мәктәп автобусына ултырып, Бурлы урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары Еҙем-Ҡаран ауылына юл тотто. Делегация етәксеһе, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлиловаға уҡыусыларҙы йыйыуы бер ҙә ауыр булманы. Бөгөнгө сара үҙенсәлекле бит: яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейының тыуған көнө. Музей КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрь ҡарарына ярашлы һәм Октябрь Социалис-тик революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә 1970 йылдың 30 октябрендә асыла.

Музей хеҙмәткәрҙәре беҙҙе шатланып ҡаршы алды. Директор Рәсилә Зиннәт ҡыҙы һәр уҡыусыны шәхес итеп күреп, уларҙың күңелендә халыҡ шағиры, үҙенең ижады менән йәш быуынды белемгә, яҡтылыҡҡа саҡырыусы М.Ғафуриҙың тормошона, әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уята алды. Уҡыусылар ҙа ябай тамашасы булып ҡына ҡалманылар, осрашыуҙа әүҙем ҡатнаштылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр, шиғырҙар уҡынылар. Уҡытыусылар үҙҙәре лә һынатманы. Үҙ телен, туған мәҙәниәтен яҡшы белгән уҡытыусы ғына йәш телһөйәрҙәр тәрбиәләй ала бит. Л.Ә.Хәлилова Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырын, математика уҡытыусыһы Светлана Рәжәп ҡыҙы Абдуллина Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” әҫәренән өҙөк һөйләп ишеттерҙеләр. Ветеран уҡытыусы Рәйлә Тимерйән ҡыҙы Хафизова яҡташыбыҙҙың билдәле “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен тасуири итеп яттан һөйләүе барыһына ла оҡшаны.

Музей экспонаттарға бик бай. Боронғо көнкүреш әйберҙәре менән танышыу, яҡташыбыҙ М.Ғафуриҙың шәжәрәһен өйрәнеү, татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай менән дуҫлығын сағылдырған мәғлүмәттәр уҡыусыларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, моғайын.

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылау сиктәрендә һәм Ғаилә йылына арнап үткәрелгән был осрашыу ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды.

М.Ғафуриҙың дуҫ, татыу ғаиләһе, ундағы тәрбиә алымдары, үҙ-ара мөнәсәбәт, Хәлит, Әнүәр улдарының ата-әсәләренә ихтирамлы ҡарашы, улы Әнүәр Ғафуриҙың атаһының мираҫын пропагандалауҙағы роле – уҡыусыларға өйрәнергә, уҡырға, рухи яҡтан байырға мөмкинселектәр бик күп. Ошондай фәһемле осрашыуҙар, мәҙәни бәйләнештәр этәргес булып тора ла инде был изге эштәргә.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар исеменән ошондай йөкмәткеле осрашыуҙы ойошторған өсөн мәктәп директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, мәктәп автобусы водителе Әхәт Буранғоловҡа һәм музей хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Зиннәт ҡыҙы һәм Исомудин Нәжметдиновтарға рәхмәт белдерәбеҙ. Мәктәп менән музейҙың ижади хеҙмәттәшлеге дауамлы булһын.
Читайте нас: