+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2019, 12:21

Балалар ҡәнәғәт ҡалды

Уҡыусылар ашҡынып көтөп алған ҡышҡы каникулдар үтеп тә китте. Яңы йыл, Раштыуа байрамдарында ҡупшы шыршы тирәләй йыр-бейеүҙәр, уйындар, төрлө түңәрәктәрҙә оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойоштороп, Балалар ижады үҙәге коллективы балаларҙың ялы онотолмаҫлыҡ матур тәьҫораттар ҡалдырһын өсөн бай программа әҙерләгәйне.

Көн һайын иртәнән кискә тиклем үҙәктең һәр кабинетында ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы саралар: викторина, эстафета, ярыштар үтте. Балалар төрлө илдәрҙең Ҡыш бабайҙары менән таныштылар, Раштыуа байрамын башҡа илдәрҙә нисек билдәләүҙәре тураһында белделәр, әкиәт геройҙары тураһында йомаҡтар систеләр, кино һәм йәнһүрәт персонаждарын танынылар, караокела йырланылар, бейенеләр...

Асыҡ һауалағы ярыш-уйындар байрамса биҙәлгән М.Ғафури майҙанында һәм “Йәшлек” ял паркында уҙғарылды. Бөтә сараларҙа меңдән ашыу бала ҡатнашты. Улар күңел асыуҙан тыш, ҡоштарға үҙ ҡулдары менән эшләнгән тағараҡтар элде, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы тураһында күп мәғлүмәт белде. Уйын, ярыш, конкурстарҙан һуң һәр бала бүләктәр, тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Балаларының күңелле каникул сараларында әсәй-өләсәйҙәр ҙә ҡатнашып, уйын-бәйгеләрҙә көс һынашты, педагогтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Балалар ижады үҙәге коллективы уҡыусыларҙың ялы мауыҡтырғыс та, файҙалы ла үтһен өсөн ижади фантазияһын, бар тырышлығын һалып эшләне.


Читайте нас: