+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар 2019, 11:37

Рәхим итегеҙ, тип, ҡаршылай һәр саҡ мәктәп


Был кисәлә “Мәктәп - ауылдың йөрәге” тигән бик тапҡыр һүҙҙәр әйтелгәйне. Эйе, мәктәптә балаларҙың шат тауыштары ишетелә икән, ауылдарҙың киләсәге лә өмөтлө. Шундай матур мәктәпкә аяҡ баҫыу менән, ошо мәғрифәт үҙәге ауылға йәм биреп торһон, ҡыңғырау тауышы тынмаһын ине, тигән теләк тә үҙенән-үҙе тыуа.

Ике ҡатлы бинала ҙур, иркен спорт залы, ашхана, яҡты кластар, балалар баҡсаһы, китапхана, бөтә ауыл, мәктәп тарихын яҡтыртҡан музей ҙа булдырылған. Музейҙа күренекле ауылдаштарына, хеҙмәт батырҙарына, тыуған ерен һаҡлап яу юлы үткән яугирҙарға, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға, спортсы ауыл-

даштарына айырым стендтар ҡуйылған. Был сараға йыйылыусылар, абруйлы ҡунаҡтар мәктәпте һәм музейҙы ҡарағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Тантана үтәсәк спорт залында алдан килеүселәр ҙур экранда фоторолик ҡарап күңел кинәнесе кисерҙе. Алып барыу-сылар, ошо мәктәптең элекке уҡыусылары Гүзәл Нәзирова менән Айнур Буранғолов сараны асып, һүҙҙе мәктәптең әлеге хужалары – уҡыусыларға бирҙе. Улар шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, һәр береһен йәшлек иленә алып ҡайтты. Мәктәп директоры Рауил Солтанморатов барыһын да 100 йыллыҡ байрам уңайынан ҡотлап, ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

- Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Мәктәбебеҙҙең уҡытыу системаһы районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла яҡшылар рәтендә. Быны төрлө ярыштарҙа еңеү яулап алынған Грамота, Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеп ижади эшләгән бай тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ – Л.Ә.Миниязова, Р.М.Кәримова, А.З.Солтанморатова “Башҡортос-тан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнделәр. Берҙәм коллектив тәрбиә һәм уҡытыу өлкәһендә бар көсөн һалып эшләй. Ата-әсәләр ҡатнашлығында ла төрлө саралар үтеп тора. Яҙыусы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Н.Б.Сәлимовтың тос ярҙамы менән ауылыбыҙҙа мәктәп коллективы ҡатнашлығында төрлө йүнәлештәге саралар уҙғарыла. Мәктәптең спорт залы ла буш тормай, үҫмерҙәр физик һәм рухи йәһәттән һәйбәт тәрбиә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа дөрләп торған белем усағының ҡуҙы һүрелгәндәй булды: мәктәбебеҙҙә балалар һаны кәмеү сәбәпле, Яугилде мәктәбе Бурлы урта мәктәбенең филиалы итеп ҡалдырылды. Әле Яугилде мәктәбендә 28 бала уҡый, 20 бала балалар баҡсаһына йөрөй. Башланғыс мәктәп булып ҡалыуға ҡарамаҫтан, изге йортобоҙ артабан да ауылыбыҙҙың терәге булып ҡалыр, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү бурысын лайыҡлы дауам итер, тип ышанам, - тип тамамланы һүҙен Яугилде мәктәбенең 1998-2014 йылдарҙағы директоры, 2015 йылдан Бурлы урта мәктәбе директоры Рауил Ғәбдрәшит улы.

Тарихи юбилей менән Муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов ҡотлап, теләктәрен дә әйтеп үтте.

Белем усағына уңыштар теләп, изге ҡотлау һүҙҙәре менән район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова сығыш яһаны һәм мәктәпкә ноутбук бүләк итте.

Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов ҡотлап: “Ауылыбыҙҙы төҙөкләндерәйек, бергә-бергә йыйылышып матур байрамдар үткәреп торайыҡ”, тигән теләктәрен еткерҙе.

Яугилде 8 йыллыҡ мәктәбенең 1958-1978 йылдарҙағы директоры Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы Әлмөхәмәтов үҙе эшләгән йылдар хәтирәләрен яңыртты. Ул осорҙа мәктәптең матди-техник базаһы ярлы булыуын, әммә һәр класта уртаса 18-21 бала уҡыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, уҡытыусы-ветеран Лилиә Миниязова үҙенең мәктәп тураһындағы йөрәк һүҙен шиғыр юлдарына һалып һөйләп ишеттерҙе.

Яугилде мәктәбенең 1974 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, 1983-1984 йылдарҙа мәктәпте етәкләгән, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, тыуған ауылына, мәктәбенә һәр саҡ ярҙам итеп тороусы Ниязбай Сәлимов: “Бихисап балаға ҡанат ҡуйып, төплө белем, матур тәрбиә биреп, оло тормошҡа оҙатып ҡалған туған мәктәбебеҙгә 100 йыл тулды. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, мәктәптәрҙең дә тамырҙары мәсеттәргә һәм мәҙрәсәләргә барып тоташа. Быуаттар

элек үк ауыл халҡы күңеленә мәғрифәтселек орлоҡтары сәскән дин әһелдәренә – тәүге мөғәллимдәргә – рәхмәт әйтеп, уларҙың рухтарын шатландырһаҡ ине. Мәктәбебеҙҙең байрамына “Ҡанат ҡуйҙың, мәктәбем” тип аталған китап сығарҙыҡ. Ошо китапты сығарыуҙа мәғлүмәт йыйышып ярҙам иткән Лилиә Миниязоваға ҙур рәхмәт әйтәм. Киләсәктә лә мәктәбебеҙҙә ғилемле, белемле кешеләр үҫеп сығыр. Барығыҙҙы ла мәктәбебеҙҙең мәртәбәле байрамы менән ихлас тәбрикләйем, йортоғоҙға ҡот-бәрәкәт, һаулыҡ теләйем, - тине үҙ сығышында.

- Ерек менән Самыш ауылдары гел бергә булдыҡ. Колхоз эштәрендә лә ярҙамлаштыҡ. Мәктәптең дәрәжәһен күтәреп, киләсәктә лә бергә-бергә йәшәргә яҙһын, - тигән теләк менән Фаил Зәйнетдинов, үҙенең беренсе уҡытыусыһына сәскә гөлләмәһе тапшырҙы һәм гармунда уйнап Ерек ауылы ағинәйҙәре менән йырҙар башҡарғанда һәр кем ҡушылып йырлап та ултырҙы.

Мәктәп төҙөтөүҙә, уҡытыу системаһында тығыҙ бәйләнештә булған элекке мәғариф бүлеге етәксеһе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин да матур теләктәр теләп, мәктәп китапханаһына китаптар бүләк итте. Кәрим Булат үҙенең “Уҡытыусы” шиғырын һөйләп, кисәлә ҡатнашыусыларҙың күңелен әсир итһә, Рәмил Солтанморатов ихлас ҡотлауҙарын еткереп, мәктәпкә планшет бүләк итте.

- Мин 1976 йылда мәктәпте тамамланым. Уҡырға килгәндә 31 бала инек, 39 бала уҡып бөттөк. Мәктәбебеҙҙең киләсәге булһын. Коллективҡа рәхмәт, ниндәйен ҙур биләмәне гөл-сәскә итеп тоталар. Класташтарыбыҙ менән һәйбәт бәйләнештә булып, һау-сәләмәт йәшәйек, - тигән матур теләктәрен әйтеп үтте Гөлнур Сәлимова.

1965 йылғы сығарылыштан Зәйтүнә Нуриева менән Тимерхан Ишбулдин галстук тағып, ҡыңғырау шылтыратып залға сыҡҡас, һәр кем пионер, уҡыусы саҡтарына әйләнеп ҡайтҡандай булды, хәтирәләр донъяһына сумды.

Шатлыҡлы байрамдар һәр саҡ булып торһон тигән теләк менән мәктәпте 1974, 1982 йылдарҙа тамамлаусылар сығыш яһап, бергәләп йыр башҡарҙылар. Гөлфирә Ишкинаның “Атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры, Әлфиә Сөләймәнованың “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе, Ғилфан Ғәлиндың гармун моңо, Рәмзил Мусиндың ҡурайҙа уйнауы, Байымбәт ауылы ҡыҙҙарының сығышы ла байрам сараһын биҙәп, килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе.

Район мәҙәниәт йорто артистары Эльвира Насирова, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлиндың йыр күстәнәстәре лә барыһының күңеленә хуш килде.

Был көндө мәктәп моңға, рәхмәт һүҙҙәренә тулды. Мәктәптең үткәненә байҡау яһап, бөгөнгөһөн бәйән иттеләр. Һәр кем бында алған белем-тәрбиәгә тоғролоҡ һаҡлауын, рухлы, эшһөйәр булыуҙарын билдәләне. Әле бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе Яугилде мәктәбенең киләсәктә лә ғорурланырлыҡ уҡыусылары булып, йөрәге тулы ҡеүәтенә тибер тигән теләктә ҡалабыҙ.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: