15 ғинуарҙа Красноусолдағы 2-се мәктәптә уҡыусыларҙың Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсының район этабы үтте. Бәйге “Белем яҡтыһы” (География. Технология. Музыка һәм рәсем. Медицина һәм Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре), “Фекер тиҙлеге һәм һүҙ байлығы” (Тарих. Йәмғиәтте өйрәнеү. Лингвистика. Сит телдәр. Рус теле һәм әҙәбиәте), “Донъя мәҙәниәте. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте. Туған телдәр”, “Фәнгә юл ярыу” (Математика. Информатика һәм ИКТ. Химия, Биология. Экология. Физика), “Мауыҡтырғыс фән асыштары донъяһы” (Тирә-яғыбыҙҙағы донъя. Математика. Рус теле һәм әҙәби уҡыу фәндәре бу-йынса 1-4-се класс уҡыусылары өсөн) секцияларынан торҙо.
Конкурста 2-11-се кластарҙа белем алыусы 70 уҡыусы ҡатнашты. Башланғыс кластарҙың әүҙем булыуы беҙҙең өсөн шатлыҡлы күренеш булды. Жюри ҡарамағына башҡа йүнәлештәрҙәге ҡыҙыҡлы конкурс эштәре лә тәҡдим ителде. Призлы урындарҙан тыш, номинацияларҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Районда еңеүсе уҡыусылар конкурстың республика этабына барасаҡ. Уларға уңыштар, юғары күрһәткестәр, ҙур еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Шулай уҡ 2-се, 3-сө урындарҙы алыусыларҙы, номинацияларҙа еңеүселәрҙе, уларҙың етәкселәрен фәнни-тикшеренеү конкурсында яҡшы әҙерлек менән ҡатнашҡандары, 2-се мәктәп етәкселегенә һәм коллективына бәйгене юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.