+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2019, 18:59

"Йыл уҡытыусыһы - 2019" башланды

Красноусолдың 2-се урта мәктәбендә 22 ғинуарҙа “Йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсы башланды.

Унда райондың төрлө мәктәптәренән 12 бәйгесе ҡатнаша. Бына улар: Юлыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова (стажы – 31 йыл, юғары категориялы), Аҡкүл мәктәбенән хеҙмәт стажы 23 йыл булған башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга Анатольевна Аҡбашева (1-се категориялы), Яңғыҙҡайындан башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфиә Ғәлимулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова (стаж – 23 йыл, юғары категория), Үзбәктән башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилфиә Рәис ҡыҙы Шәрипова (стажы – 29, 1-се категория), Ҡауарҙы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнзилә Мөхәмәт ҡыҙы Мозафарова (стаж – 32, 1-се категория), Ҡарағай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Хисаметдин ҡыҙы Салауатова (стаж – 18), 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Викторовна Иванова (стаж – 19, юғары категория), Красноусолдың 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Алевтина Григорьевна Ермолаева (стаж – 23, юғары категория), шул уҡ мәктәптең музыка уҡытыусыһы Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усманова (стаж – 17, 1-се категория), Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Олег Сергеевич Николаев (стаж – 7, юғары категория), Аҡкүл мәктәбенән география уҡытыусыһы Алла Алексеевна Павлова (стаж – 8 йыл, 1-се категория), Красноусолдың 2-се мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Айгөл Азат ҡыҙы Йәркәева (стаж – 1 йыл, 1-се категория).
Читайте нас: