+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2019, 12:41

Студенттар көнөнә арналды

Илебеҙҙә был көн Рәсәй Президенты указы менән 2005 йылда билдәләнә башлай. 2007 йылдан, Федераль законға ярашлы, Рәсәй студенттары көнө иҫтәлекле даталарға индерелгән.

Уның тарихы Мәскәү университеты тарихына барып тоташа. Алыҫ 1755 йылдың 25 ғинуарында (иҫкесә – 12 ғинуар) батшабикә Елизавета граф Иван Шувалов менән Михаил Ломоносовтың инициативаһын хуплап, университетҡа нигеҙ һалыу тураһындағы указға ҡул ҡуя.


Ошо көнгә ҡарата район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы студенттары менән “Уҡы, студент, һәм ял да ит!” тип аталған театрлаштырылған уйын үткәрҙе. Тәүҙә ҡатнашыусылар тарихҡа сәйәхәт ҡылды, студенттар көнөнөң традициялары менән танышты. Программала “Иң аҡыллы студент”, “Һарыны тот”, “Ҡыҙыҡлы бейеү” һәм башҡа күңелле уйындар, “Студент тарихы”, “Студент эшкә керә” сәхнә күренештәре, төрлө викторина-конкурстар булды.

Сара күмәк йыр башҡарыу менән тамамланды. Кисә ҡыҙыҡлы үтте һәм барыһына ла оҡшаны.


Читайте нас: