+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар 2019, 14:28

Йөрәк һүҙен әйтте балалар

Һуңғы ваҡытта киң таралыу алған “Йөрәк һүҙе” Юлыҡ мәктәбенә лә ишек ҡаҡты: “Башҡорт теле – әсәм теле, урыҫ теле – дуҫлыҡ теле! Икеһен дә яҡшы белеү – мотлаҡ барыбыҙға бөгөн!” тигән баш аҫтында мәктәбебеҙҙә ҙур шиғриәт кисәһе үткәрелде.


Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Абдрахманова етди әҙерләнгән, киң күләмле итеп төҙөлгән программаһы менән кисәне уңышлы уҙғарып, уҡыусы балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ветеран уҡытыусылар күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Урыҫ теле аҙналығының йомғаҡлау өлөшө Башҡорт теле көнөнә тура килгәнлектән, башҡортса ла, урыҫса ла шиғырҙар яңғырап торҙо. Рус шағирҙарынан Пушкин, Лермонтов, Есенин, Долматовскийҙың, башҡорт шағирҙарынан Р.Ғарипов, М.Кәрим, Г.Яҡупова, Р.Түләк шиғырҙарын бигерәк тә яратып, ҙур ихласлыҡ менән һөйләнеләр. Уҡыусылар йә класс етәксеһе, йә атай-әсәйе менән бергәләп “йөрәк һүҙе”н әйтте.

Кисәгә саҡырылған ветеран уҡытыусылар ҙа буш килмәгәндәр: Роза Миңнулла ҡыҙы 53 йыл элек ятлаған шиғырын һөйләп хайран ҡалдырһа, Альмира Сабит ҡыҙы ейәне Аяз менән Пушкиндың шиғырын тасуири һөйләне, Флүрә Мансур ҡыҙы бәләкәй саҡта ятлаған шиғырҙарын береһе артынан икенсеһен теҙҙе, ә Рима Мөхәмәт ҡыҙы үҙенең ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе. Рәйлә Юлыҡова улы Кәрим менән әҙәп-әхлаҡ темаһын үҙ итеп, нәсихәттәр әйтте.

Класс етәкселәре Әминә Кинйәбулатова, Рәзилә Зәйнуллина, Суфия Юлыҡова, Альмира Яҡшыбаева, Әнисә Абдрахманованың сығыштары ла кисәгә ҙур биҙәк булды. Ә Эльвира Әмир ҡыҙы уҡыусыһы Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова менән яҡташ шағир М.Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә һөйләп һоҡландырҙы. Әйткәндәй, Гөлнәзирә ошо шиғыр менән “Сто поэтов Башкортостана” республика конкурсының район этабында 1-се урынды яулап, республика кимәленә сыҡты.

Бәйгелә ҡатнашыу – үҙе ҙур бүләк булһа ла, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова – 1-се, Илмир Ихсанов менән Алмаз Яҡшыбаев – 2-се, Эльвира Гулиева менән Радмир Батыршин 3-сө урынды алып ҡыуанһа, Әлиә Яҡшыбаева, Аяз Әбделмәнов, Руслан Моратов төрлө номинацияларҙа еңеүсе булдылар. Кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла “Аманат” журналының һәм кисәне ойоштороусы Эльвира Әмир ҡыҙы әҙерләгән бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.

Һуңғы йылдарҙа “Йөрәк һүҙе” проекты өлгөһөндә балалар һәм ололар араһында шиғриәткә иғтибар артҡанлығы күренә. Мәктәптә уҙғарылған кисәгә ололарҙың да йәлеп ителеүе – маҡтаулы һәм һөйөнөслө күренеш. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте аҙналығына ошондай ҙур сара индереп, уны уңышлы итеп уҙғарғаны өсөн Эльвира Әмир ҡыҙына рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: