+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2019, 12:20

Мөғәллимдәр һынау тотто

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсы районда 1992 йылдан үткәрелеп, бик күптәр лауреат исеменә лайыҡ булған, еңеүсе булып танылған. Мөғәллимдәр бәйгеһенең үҙ абруйы, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Тап ошондай конкурс тәжрибә майҙаны ла булып тора: уҡытыусылар бер-береһенең яңы эш алымдарын өйрәнә, фекер алыша, үҙҙәренә бик күп асыш яһайҙар.


Бәйгелә ҡатнашҡан уҡытыусылар: Юлыҡ мәктәбенән хеҙмәт стажы 31 йыл булған юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова. Уҡытыусы өсөн төп шарт – баланың үҙ телендә матур итеп һөйләшә белеүе һәм халҡыбыҙ йолаларын өйрәтеү, тип иҫәпләй ул. Аҡкүл мәктәбенән башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Ольга Анатольевна Аҡбашева (хеҙмәт стажы - 23 йыл, 1-се категориялы). Ул үҙе оптимистик рухлы кеше. Бөтә балалар ҙа талантлы, аҡыллы, белемле, ихлас тип ҡарай. Яңғыҙҡайындан башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфиә Ғәлимулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова (стаж – 23, юғары категория). Ныҡышмалылыҡ, үҙ маҡсатыма ирешеү, үҙ һөнәремде яратыу миңә эшемдә ярҙам итә, ти ул. Үзбәктән башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилфиә Рәис ҡыҙы Шәрипова (стаж – 29, 1-се категория). Уның өсөн был һөнәр бала саҡ хыялы һәм ул эшен күңел ҡартаймай торған урын тип аңлата. Ҡауарҙы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнзилә Мөхәмәт ҡыҙы Мозафарова (стаж – 32, 1-се категория) конкурсанттар араһында иң ҙур хеҙмәт стажына эйә. Ошо йылдар эсендә ул иҫәпһеҙ-һанһыҙ баланы уҡырға өйрәткән, миллионлаған дәфтәр тикшергән кеше лә. Ҡарағай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Хисаметдин ҡыҙы Салауатова (стаж – 18, 1-се категория). Һәр бер бала менән уртаҡ тел табыу һәм һәр ваҡыт үҙең булып ҡалыу уның өсөн төп һыҙат. 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Викторовна Иванова (стаж – 19, юғары категория). Ул үҙенең эш алымында уҡыусылар уҡытыусы ярҙамынан тыш уңышлы булырға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға өлгәшергә кәрәк тигән ҡарашта. Красноусолдың 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Алевтина Григорьевна Ермолаева (стаж – 23, юғары категория) өсөн теүәл фәндәрҙең мәртәбәһен күтәреү төп маҡсат булып тора. Шул уҡ мәктәптең музыка уҡытыусыһы Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усманова (стаж – 17, 1-се категория). Ул уҡытыусылар династияһынан. Сәнғәт донъяһы аша уҡыусыларҙың һәләтен асыу - уның уҡытыу алымы. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Олег Сергеевич Николаев (стаж – 7, юғары категория). Уның уҡыусыларға талабы - тәртип һәм сетерекле хәлдәргә һәр саҡ әҙер булыу. Аҡкүл мәктәбенән география уҡытыусыһы Алла Алексеевна Павлова (стаж – 8 йыл, 1-се категория). “Мин үҙ фәнемде шул тиклем яратам, балаларға бөтә белгәнемде тапшырырға теләйем”, - ти ул. Красноусол 2-се урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Айгөл Азат ҡыҙы Йәркәева (стажы – 1 йыл, 1-се категория). Йәш уҡытыусы өсөн төп шарт – балалар менән һәр саҡ бер тулҡында булыу һәм инглиз телен төплө өйрәтеү.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһен асыу тантанаһын Красноусолдағы 2-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Любовь Валерьевна Яковлева менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илһам Ринат улы Шәйәхмәтов алып барҙы. Мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Конкурсанттарҙы баһалау өсөн Зөһрә Әхтәмова, Рәшиҙә Килмөхәмәтова, Розалия Таһирова, Альберт Насиров, Рита Сәйфетдинова, Әлфиә Латипова, Альбина Басирова, Раил Камалетдинов, Елена Жаркова, Лира Бәхтийәрова, Людмила Пухова, Гүзәл Кәримованан торған яуаплылар төркөмө билдәләп үтелде.

Беренсе көндө үк конкурсанттар “Мин – уҡытыусы” тигән темаға эссе яҡланылар. Икенсе, өсөнсө көндө бәйгенең төп һынауында уҡытыусылар бөтөнләй таныш булмаған балалар менән асыҡ дәрестәр үткәрҙе, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бында инде уҡытыусының педагогик оҫталығы, балалар менән уртаҡ тел табыуы, үҙ һөнәрен яратыуы, зиһен-аң байлығы асыҡ сағылды. Дәрестәрҙе анализлағанда методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған булыуы, заман технологияларын ҡулланып үткәрелеүе баһаланды.

Конкурстың һуңғы өлөшөндә финалға сығыусы 7 уҡытыусы мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова ойошторған “Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? Уңыш сере”, “Мәктәп һәм ата-әсә балаларҙы тәрбиәләү өсөн яуаплы”, “Инклюзив белем биреү” һәм башҡа мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәргә ҡағылышлы темаларға “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашып, фекер уртаҡлашты.

Бына, ниһайәт, бер нисә көн барған йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, уйланыуҙар артта ҡалды. Улар бар шарттарҙы ла үтәп сығып, 28 ғинуарҙа Красноусолдағы 1-се мәктәптең тамаша залына “Йыл уҡытыусыһы – 2019” район конкурсының йомғаҡлау тантанаһына йыйылды. Был сараға һәр бер мәктәптән уҡытыусылар, мәктәп директорҙары ла килгәйне. Ошо конкурста ҡатнашҡан 12 уҡытыусы бер-бер артлы сәхнәгә саҡырылды. Алып барыусылар Эльвира Насирова менән Фәнзил Ғәлин биргән “Бәйгелә иң ҡыйыны нимә булды?” тигән һорауға һәр береһе ҡыҫҡаса ғына яуап бирҙе.

“Йыл уҡытыусыһы – 2019” бәйгеһенең йомғаҡлау өлөшө үҙе бер байрамға әүерелде. Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы йырып сыҡҡан конкурста ҡатнашыусы берҙән-бер ир-ат - Красноусолдағы 1-се мәктәптең Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Олег Сергеевич Николаев “Йыл уҡытыусыһы – 2019” еңеүсеһе тип танылды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Юлыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Викторовна Иванова, “Йәш йыл уҡытыусыһы” исеменә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Айгөл Азат ҡыҙы Йәркәева лайыҡ булды. Үҙ сығышында уҡытыусы хеҙмәтенең яуаплы, тынғыһыҙ икәнлегенә баҫым яһап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов еңеүселәргә аҡсалата бүләк һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова финалға сығыусыларға һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырып, “Был конкурста еңеүсе һәм еңелеүсе юҡ, беҙ бары тик тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышып, алға яңы маҡсаттар ҡуйыр өсөн “иң-иң”дәрҙе” билдәләйбеҙ”, - тине һәм барыһына ла һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләне.

Еңеүселәр артабан республика конкурстарында һынау тотасаҡ. Белем багажы тулы, көслө рухлы мөғәллимдәр бында ла һынатмаҫ. Уларға уңыштар юлдаш булһын.

Уҡытыусыларҙы тәбиғәт тә һынап ҡарарға теләгәндәй, был арауыҡта сатлама
һыуыҡтар ҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандар ҙа булды. Әммә улар бар һынауҙарҙы ла
еңеп сыҡты, алға яңы маҡсаттар ҡуйып был бәйгенән таралышты.
Читайте нас: