-Класыбыҙҙағы һәр уҡыусы нимәгә булһа ла һәләтле, - ти класс етәксеһе Әлфиә Ҡотдос ҡыҙы Ишмырҙина. – Мәҫәлән, Азалия Иҙрисова 1-се клас-тан алып “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә ҡатнаша. Зирәк ҡыҙ районда 2-се урын алды, быйыл
эҙләнеү эше менән шулай уҡ район кимәлендә 2-се урынға лайыҡ булды, өҫтәүенә, оҫта бейеүсе лә. Элина Йәнмырҙина, Алина Дәүләтшина, Аҡйондоҙ Абдуллина – бейеүселәр, мәҙәни сараларҙан ҡалмайҙар. Даян Шәйхолов менән Наҙгөл Ғәзизова тик “5”-ле билдәһенә генә өлгәшә. Спортты үҙ итеүселәр ҙә бар: Аяз Хужахмәтов, Илнар Ғәлин, Динис Зиннуров, Искәндәр Рахманғолов, Нурислам Шәһиев көрәш, волейбол, футбол секцияһында шөғөлләнәләр. Аяз Хужахмәтов менән Наҙгөл Ғәзизова һүрәтте оҫта төшөрә, конкурстарҙа ҡатнашып урындар алдылар. Нәркәс Мәжитова, Данис Хызыров, Тимур Шәрипов, Азалия Нурчкова, Илзиә Ҡадирова, А.Хужәхмәтов, Н.Шәһиев, Алһыу Сабитова, А. Дәүләтшина, Алина Иғзакова, А.Иҙрисова, Полина Александрова, Э. Йәнмырҙина “4” һәм “5” билдәләренә уҡыйҙар. Класыбыҙға быйыл килгән Полина, урыҫ ҡыҙы булһа ла, матур итеп башҡортса уҡый, яҙырға өйрәнеп килә, тасуири итеп шиғыр һөйләй, һүрәтте оҫта төшөрә, конькиҙа ла шәп шыуа.
3-сө кластар төрлө спорт ярыш-уйындарын әленән-әле ойоштороп тора. Уҙған йыл аҙағында ата-әсәләр менән берлектә “Спорт менән дуҫ ғаилә” конкурсы үткәргәндәр. Унда Хызыровтар ғаиләһе - 1-се, Ғәлиндар, Иғзаҡов-Хужахмәтовтар - 2-се, Вәлиевтар, Мәжитовтар 3-сө урындарҙы алған.