Йола буйынса быйыл да туған мәктәбенең саҡырыуына Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында беренсе, икенсе, өсөнсө курстарҙа белем алып йөрөүсе ун бишләп студент килде. Улар үҙҙәренең уҡыу йорттары, буласаҡ һөнәрҙәре, йәшәү шарттары һәм башҡа үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтте. Уҡыусылар иһә ниндәй фәндән ЕГЭ биреү отошло булыуын, күпме балл йыйыу шарт икәнен, ятаҡтарҙың торошо, стипендия күләме, тағы ниндәй һөнәргә уҡырға мөмкинлек барлығы, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындылар. Мәртәбәле ҡунаҡ- Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында студенттарға белем биреүгә арнаған педагогия фәндәре кандидаты Миңниә Вәлиева ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлап, тәүге хеҙмәт юлын да ошонда уҡытыусы булып башлауын һөйләп үтте, буласаҡ абитуриенттарға кәңәштәр бирҙе, изге теләктәр еткерҙе.