+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2019, 11:34

Заманса мәктәп үҙ ишектәрен асты

22 февралдә Табын ауылында коррекция мәктәп-интернатының заманса йыһазландырылған ике ҡатлы уҡыу корпусы үҙ ишектәрен асыуы районыбыҙҙа һөйөнөслө яңылыҡ, 2019 йылдың иң ҙур байрамдарының береһе булып, тарихҡа инде.


БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева БР Мәғариф министрлығы, шәхсән министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин исеменән өр-яңы уҡыу корпусына күсенеүҙәре, йәғни “өй туйлауҙары” менән ҡотланы.

- Берҙәм һәм татыу, бик тырыш, оҙаҡ йылдар эшләгән педагогтар коллективы ошондай иркен, күркәм бинала эшләргә лайыҡ, тип уйлайым. Был өр-яңы мәктәптә балаларға белем алыу һәм һәр яҡлап үҫешеү өсөн барлыҡ шарттар, уңайлыҡтар булдырылған, - тине Әлфиә Закир ҡыҙы. – Бөгөн шулай уҡ БР Төҙөлөш һәм архитектура Дәүләт комитетына, подрядчиктарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, ниһайәт, улар тырышлығы менән бик оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш тамамланды һәм өр-яңы уҡыу корпусы үҙ ишектәрен асты, - тине ул.

Коррекция мәктәп-интернаты директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешева барлыҡ төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, мәктәп коллективына, хеҙмәткәрҙәргә, уҡыусыларға уңыштар теләне һәм үҙ сиратыбыҙҙа быға яуап итеп яҡшы уҡырбыҙ, уҡыусыларға яҡшы белем бирербеҙ, илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандар тәрбиәләрбеҙ, тине.

Артабан БР Капиталь төҙөлөш идаралығының бүлек начальнигы Шайморат Шәйәхмәт улы Бикембәтовҡа һүҙ бирелде.

-Барығыҙҙы ла яңы бинаның беренсе өлөшө – уҡыу корпусын асыу тантанаһы менән ҡотлайым, - тине Шайморат Шәйәхмәт улы. - Беҙҙең алда уның икенсе өлөшөн – 120 урынға иҫәпләнгән, бығаса булмаған йоҡо корпусын төҙөү бурысы тора. Шулай уҡ бинаның элеккеһен ашхана, оҫтаханалар итеп үҙгәртеп ҡороу, йәғни реконструкциялау күҙаллана. БР Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы тарафынан төҙөүселәр менән берлектә корпустың икенсе өлөшөн төҙөүҙе быйылғы йыл планына индереү мәсьәләһен хәл итеү бара. Бинаның төҙөлөшөн “Виктория” ЯСЙ-е төҙөүселәре башлаһа, быйыл субподрядсы “Устри” ФДУП-ы, генераль подрядсы “Капитал Строй” ЯСЙ-е ярҙамы менән тамамланды һәм уларға бик ҙур рәхмәт, - тине Ш.Бикембәтов.

Бына тантаналы, тулҡынландырғыс мәл етте, ҡыҙыл таҫма киҫелә һәм барыһы ла бина эсенә үтте. Ҡунаҡтар бина менән танышты, фойела балаларҙың оҫта ҡулдары менән әҙерләнгән ҡул эштәренән торған күргәҙмәне ҡараны, класс бүлмәләрен ҡарап сыҡты, уҡыусылар һәм мөғәллимдәр менән аралашты. Унан һуң спорт залында мәктәпте асыу тантанаһы, мәктәп тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән концерт булды. Тиҫтерҙәренең шатлығын уртаҡлашырға килгән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларынан торған “Айгүзәл” бейеү ансамбле дәртле сығыштарын бүләк итте. Тантанала шулай уҡ мәктәп төҙөлөшөнә ҙур тырышлыҡ һалған төҙөлөш йәмғиәттәре етәкселәре - район, сараны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Красноусолдан С.Фомина менән Г.Урманшина мәктәп хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Капитал Строй” ЯСЙ-енең баш инженеры Константин Безруков, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Кирамова мәктәп коллективын ҡотланы. Табын ауыл биләмәһе башлығы Андрей Аверьянов, Табын мәктәбе директоры Фәрит Ғүмәров, педагог ветерандар исеменән Ирина Лубина, ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Мөхәмәтйәнова тәбрик һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Мәктәп тәрбиәләнеүсеһенең әсәһе Ирина Аверьянова бүләккә йыр менән килгән. Тантана мәктәп Гимны менән тамамланды.

Коррекция мәктәбендә тәрбиәләнгән балалар уҡыу йылының дүртенсе сиреген
иркен, яҡты, йылы, нурлы, заманса, өр-яңы мәктәптә дауам итәсәк. Мәктәп
проектында белем биреү өсөн талап ителгән бөтә уңайлыҡтар ҙа
булдырылған. Мәктәптә уҡыу кабинеттарынан тыш, тамаша залы, ял итеү,
шулай уҡ информатика, логопед бүлмәләре һәм иркен спорт залы, ҙур уҡыу
залы булған китапхана мәктәптең бар яҡтан да уйлап төҙөлөүен күрһәтә.
Ҡыҙҙар өсөн технология кабинетында заманса теген машиналары (10-ау)
урынлаштырылған, хатта теккән кейемде кейеп ҡарау бүлмәһе лә күҙ уңынан
ысҡындырылмаған. 120 урынға иҫәпләп төҙөлгән мәктәптә 112 бала уҡыясаҡ.
Читайте нас: