-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2019, 19:35

“Тирмәкәй”ҙә ҡышты оҙаттылар

Был күңелле байрамға кескәйҙәр аҙна буйы әҙерләнде. Балалар баҡсаһында ҡышты оҙатыу йолаһы, байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үтте.

Бына балалар түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етте. Кескәйҙәр шатланышып әйлән-бәйлән уйнаны, йырланы, бейене, таҡмаҡ әйтте, шиғыр уҡыны. Байрам һуңында балалар икенсе йылға тиклем Масленица ҡарасҡыһы менән хушлашты, тәмле ҡоймаҡ, сәй менән һыйланды. Күңелле байрамды үткәрергә район хакимиәте ярҙам итте. Күптән түгел балалар баҡсаһында музыкаль етәксе һәм физик тәрбиә инструкторы эш башланы. Хәҙер иң бәләкәй тәрбиәләнеүселәр ҙә халыҡ йолаларына, мәҙәниәткә, спортҡа ылығасаҡ! Сөнки рухи-әхлаҡи үҫеш – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙең төп бурыстарының береһе.

Артабан да “Тирмәкәй”ҙә балаларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе ҡыуандырып матур саралар үтеп торһон.
Читайте нас: