+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март 2019, 12:53

Еребеҙҙе ҡыйҙан һаҡлайыҡ

Йыл башынан илебеҙҙең һәр бер төбәгендә “сүп-сар реформаһы” башланды. Илебеҙҙә экологик торошто яҡшыртыу һәм тәбиғәткә зыянды кәметеү, мөмкин тиклем күберәк сүп-сарҙы эшкәртеү һәм ҡалдыҡтарҙы кәметеүҙе яйға һалыу маҡсат итеп ҡуйыла. Сөнки көнөнә генә лә күпме сүп-сар барлыҡҡа килә һәм үҙ еребеҙгә үҙебеҙ һаҡсыл ҡарашта булып, киләсәк быуынға ла матур килеш тапшырыу бик мөһим. Беҙҙең районды хеҙмәтләндергән “Эко-Сити” йәмғиәте ошо эштең төп асылын аңлатыу йәһәтенән мәктәп уҡыусылары менән дә осрашыу үткәрҙе. “Эко-Сити” йәмғиәте матбуғат секретары Олеся Арамелева менән “Таҙа Өфө” проекты етәксеһе Елена Воробьева Красноусолдың 2-се мәктәбендә 5-7-се класс уҡыусыларына был эштең айышын уйландырырлыҡ итеп, ентекле аңлатып үттеләр.

- Беҙҙең илдә генә лә йыл һайын 63 миллион тонна көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Ә иң беренсе сүптәрҙе яндырыу заводы 19-сы быуат аҙағында Англияла барлыҡҡа килә. Сүп-сар күбәйгәс, кешеләр ҙә нимәлер эшләргә кәрәклекте аңлап, уйлана башлай. Хәҙерге заманда заманса полигондар, сүп яндырыу заводтары, сүп-сарҙы айырыу үҙәктәре эшләп килә. Хатта сүп-сарҙан яңы әйберҙәр эшләргә лә өйрәнделәр. Иң күп ҡалдыҡтар – ҡаптар. Ябай полиэтилен пакеттар 450 йылдан һуң ғына тарҡала башлай. Ә бөтөнләй юҡҡа сыҡһын өсөн тағы 50-80 йыл кәрәк була. Беҙ пластик һауыттарҙан тыш нимә генә ташламайбыҙ: батарейка, терегөмөшлө градусниктар, люминесцент лампалар һәм башҡалар. Былар барыһы ла кеше һаулығы өсөн дә, хайуандарға ла хәүефле. Уларҙы махсус пункттарға ғына тапшырырға кәрәк. Беҙҙең илдә Силәбелә генә батарейкаларҙы утилләштереү заводы эшләп килә. Испанияла хатта быяла йыйыу буйынса даими аҙналыҡтар ойошторола. Германияла дарыу һауыттарын да тапшыралар. Быларҙан яңы әйберҙәр етештерелә. Макулатура йыйып та күпме ағасты һаҡлап ҡала алабыҙ. Беҙҙә махсус контейнерҙар ҡуйыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Проектты ойоштороусылар үҙҙәренең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә төрлө конкурстар үткәреп торалар. Һеҙҙе лә унда ҡатнашырға саҡырабыҙ, - тип һөйләп үтте үҙ сығышында Олеся Арамелева.

Елена Воробьеваның “Ҡапҡастар ярҙамға ашыға” проекты буйынса төрлө миҫалдар килтереп һөйләүе балаларҙа бигерәк тә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Ҡапҡастар йыйып ҡына ла еребеҙҙе бысраныуҙан һаҡлап ҡалып, шулай уҡ ауыр хәлдәгеләргә ярҙам итә алабыҙ бит. Бөтә ил буйынса 10 тонна ҡапҡас йыйылып (таҙа, наклейкаһыҙ, 2, 4 йәки 5 маркировкалы), уларҙы эшкәртеүгә ебәреп, унан алынған килемде республика онкология диспансерына заманса (маневрлы) каталка алыуға тотонһаң, ауыр хәлдәгеләр өсөн ҙур ярҙам булыр ине”, - тип һүҙен тамамланы ул.

Киләсәктә һәр төр әйберҙе айырым йыйыу контейнерҙары ҡуйылып, бөтә ерҙә тәртип хөкөм һөрөр тип уйлайбыҙ. Сара һуңында “Эко-Сити” йәмғиәте матбуғат секретары мәктәп уҡыусылары үҙ күҙҙәре менән күреп, уҡып, был мәсьәләне ентекле өйрәнһендәр өсөн мәктәп китапханаһына ошо темаға сығарылған китаптар ҙа бүләк итте. Был кәрәкле, файҙалы осрашыу булды.


Читайте нас: