Телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы яҡтыртҡан олимпиадала бөтәһе 328 уҡыусы ҡатнашты. Районыбыҙҙың Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова (уҡытыусыһы – Юлай Рәйес улы Мәүлетҡолов), 3-сө мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Софья Ефанова (уҡытыусыһы – Дилә Ҡыяметдин ҡыҙы Абдуллина) ҡатнашып, призер булып ҡайттылар. Уларға БР Мәғариф министрлығы Дипломдары тапшырылды. Ҡыҙҙар беренсе турҙа викторина һорауҙарына яуап бирһә, икенсеһендә тарих, Башҡортостан мәҙәниәтенә ҡағылышлы проект эштәрен яҡланы. Яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтҡан уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.