Уның эшендә Башҡортостандың һәм илебеҙҙең башҡорт теле өйрәнелгән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердлов өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Мәскәү ҡалаһынан башҡорт теле уҡытыусылары, белем биреү ойошмалары директорҙары, белгестәр, методистар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре, милли мәғариф ветерандары һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Съездың маҡсаты - башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы фәнни-методик һәм инновацион алымдар эҙләү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү.