+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2019, 19:47

Республиканың тыуған көнөн ҡотлап

Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатында «Квазар» интеллектуаль уйыны үтте. Уйындың маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ байрамын шулай үҙенсәлекле билдәләп китеү торҙо.

Әлбиттә, уйынсыларға тыуған илдең тарихы һәм тормошо буйынса белемдәрен күрһәтергә кәрәк ине. Был яуап-лы эште 10 «А» класс уҡыусылары тәрбиәселәре Гөлшат Миниғәле ҡыҙы Шаймарҙанова етәкселегендә үҙ өҫтөнә алды. Уйын бик отошло, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле килеп сыҡты. Унда 5-сенән 10-сы класҡа тиклем алты кешенән торған 12 команда ҡатнашты. Командаларға 14 станцияла туҡталып инглиз һәм рус теле, математика, физика, Башҡортостан тарихы, Башҡортостан әҙәбиәте, география, тарих фәндәре буйынса һынау тоторға тура килде. Бынан тыш уҡыусыларға спорт буйынса етеҙлектәрен, музыка буйынса отҡорлоҡтарын, мәҙәниәт буйынса этно белемдәрен күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Ә логика һәм интеллектҡа бәйле һорауҙар уҡыусыларҙан үҙенсәлекле фекерләүҙе талап итте. Уларҙың белемдәре, зирәклектәре һәр станцияла балдар менән билдәләнде һәм станция етәкселәренең ҡултамғаһы менән беркетелде.

Бар туҡталыштарҙа ла бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эш төрҙәре, һорауҙар бирелде. Шулай ҙа иң сағыуы Гөлшат Миниғәле ҡыҙы әҙерләгән туҡталыш булғандыр. Унда уҡыусыларға элек башҡорт халҡы ҡулланған көнкүреш әйберҙәренең исемдәрен әйтергә кәрәк ине. Күп уҡыусыларҙың уларҙы танып-белеп дөрөҫ яуаптар биреүе туҡталыш етәкселәрен хайран ҡалдырҙы.

Сәғәт ярым барған ярыш һуңында уҡыусылар һәр станциянан алған Башҡортостан картаһы киҫәген йыйып берләштерергә тейеш ине һәм был бурысты барыһы ла теүәл үтәне.

Бына ярыш тамам. Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар түҙемһеҙләнеп һөҙөмтә белергә йыйылды. Шулай итеп, 1-се урынды 9 «Б» һәм 7 «Б», 2-сене 8 «А» һәм 5 «А», 3-сө урынды 10 «Б» һәм 7 «В» командалары яулаһа, «Абсолют еңеүсе» тип 7 «А» командаһы танылды. Афариндар!

Интеллектуаль уйын уҡыусыларҙы коллективта эшләргә, бер-береңдең фекерен иҫәпкә алырға, үҙ-ара кәңәшләшергә өйрәтте һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы тарихы буйынса белемдәрен тикшереүҙә ҙур эш булып торҙо. Улар уйындан бик ҡәнәғәт ҡалды, мөмкинселек булғанда тағы ла ҡатнашыу теләген һәм ошондай фәһемле, кәрәкле ярыш ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр.


Читайте нас: