Бигерәк тә Бурлы, Красноусолдағы 2-се мәктәп был конкурста әүҙем ҡатнашты. Жюри ҡарары буйынса өс иң яҡшы эш һайлап алынды. 1-се урынға Бурлы урта мәктәбенең 3-сө, 6-сы класс уҡыусылары ағалы-энеле Данил һәм Фаил Шәриповтар, 2-се урынға Красноусол башҡорт гимназия-интернатының Ташбүкән башланғыс кластар филиалының 4-се класс уҡыусыһы Айнур Мөхәмәтйәнов, 3-сө урынға Красноусолдағы 2-се мәктәптән 5 “В” класс уҡыусыһы Артем Столяров лайыҡ булды. Еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.