-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 16:23

Яҙ менән еңеүгә өлгәште “Наҙ”ҙар

Суп-суп килеп илаһи моң тыуҙырып тамып торған яҙғы тамсылай Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Наҙ” вокал ансамбле Дүртөйлө ҡалаһында үткән “Яҙғы тамсылар” респуб-лика конкурсында ҡатнашып, 1-се урын алып ҡайттылар. Был мәртәбәле конкурста 140-тан ашыу кеше ҡатнашһа, 17 команда вокал буйынса үҙҙәренең сығыштарын күрһәткән.

Көслө коллективтар араһынан “Наҙ” вокал ансамбленә генә финалда сығыш яһау бәхете тейгән. Зөлхизә Дәүләтбаева, Эльнара Шәрипова, Әмилә Ноғайғолова, Диана Рәхимова, Алһыу Ғәлимова, Гөлдәр Ғәлләмова, Әлиә Хисамова, Илнара Йәнбирҙина, Мәҙинә Ходжакулова ике тауышҡа “Аҡ ҡайын” йырын йырлап, абруйлы жюри ағзаларын да хайран ҡалдырған.

- “Яҙғы тамсылар” республика конкурсы ике йылға бер Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелә. Беҙ инде балаларҙың тауыш буйынса йыр-моңға һәләтлеләрен һайлап, 2 ай әҙерлек алып барҙыҡ. Сығыш яһағанда һәр береһендә микрофон булып, тауыштарҙың дөрөҫлөгө айырылып торҙо, талаптар ҙа ҙур ине. Ә инде эштең һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы. Ата-әсәләр сәхнәлә сығыш өсөн күлдәктәр менән ярҙам итте. Эльвира Бәхтийәрова уларҙы матур итеп тегеп бирҙе. Беҙҙе йөрөтөп алып ҡайтҡан, төрлө яҡлап ярҙам иткән Юлыҡ мәктәбе автобусы водителе Нурғәле ағай Яҡуповҡа ҙур рәхмәт инде, - ти ҡәнәғәтлек менән “Наҙ” вокал ансамбле етәксеһе Динә Абдуллина.

Әйткәндәй, Динә Ғилман ҡыҙының “Ҡолонсаҡ”, “Айдарман” ансамблдәре лә районда үткән һәр сарала матур сығыш яһайҙар. “Наҙ”ҙа шөғөлләнеүсе 4 уҡыусыһы “Сулпылар” телевизион йыр конкурсына ла үткән. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған сарала Динә Абдуллина үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеп ҙур ҡыуаныс кисергән. Балаларҙың һәләттәрен асып, киләсәктә лә илһамланып эшләргә яҙһын уға. Уҡырға ла, йыр-моң менән күңелдәрен байытырға ла өлгөр, сибәр ҡыҙҙарға “афарин” тип, яңы еңеүҙәр теләргә генә ҡала.


Читайте нас: