Йәнлелек, йәмлелек бөркөлөп торған ерҙән аяҡтар теләр-теләмәҫ кенә ҡайтыу яғына ыңғайлаһа ла, күңел әсәһенән айырылырға теләмәгән илаҡ балалай уларҙан айырыла алмай тартҡылашты. Ҡараштар уларҙың нурлы йөҙөнән алыҫлашһа ла, ҡолаҡта балаларҙың шат та-уыштары әле лә яңғырап тора кеүек. Күңел дә шат, сөнки республикабыҙҙың киләсәге лә күңелдәренә бар матурлыҡты һыйҙырып, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен күреп үҫкән ошо кескәйҙәр ҡулында бит.