+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 11:58

Осҡондарҙы ялҡын итә белде

1958 йыл. Уҡытыусылар институтында сығарылыш студенттарына эшкә йүнәлтмә тапшыралар. Зәңгәр күҙле, зифа буйлы бер ҡыҙ: мине иң төпкөл ауылға ебәрегеҙ, тигән талап ҡуя. Был беҙҙең сикһеҙ хөрмәт иткән, яратҡан, беҙҙең өсөн үтә талапсан һәм беҙҙә инглиз теленә һөйөү уятҡан Роза Шәрифйән ҡыҙы Суфиярова-Байбулдина була.

Роза Шәрифйән ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбендә беренсе юғары белемле инглиз теле уҡытыусыһы ине. Үҙенең ярты быуат эшләү дәүерендә өс тиҫтәгә яҡын белгес әҙерләүгә өлгәшкән Роза Шәрифйән ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә эш урыны – Сәйетбаба урта мәктәбе. Уның алмашсылары һәм уларҙың балалары бөгөнгө көндә районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә һәм Рәсәй ҡалаларында ең һыҙғанып уңышлы хеҙмәт итәләр (Себер тарафтарында, Америка…). Мәҫәлән, бер уҡыусыһы Рима Хафизова-Рафиҡова ғына 17 юғары һәм 4 урта махсус белемле белгес әҙерләгән.

Уның ошо уңыштарында тормош юлдашы - музыка уҡытыусыһы Ханнан Байбулдиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ булды. Роза Шәрифйән ҡыҙы балалар күңелендәге осҡондо ялҡын итә белде. Ул инглиз телен яҡшы белеүе менән бергә тәрән психологик тәьҫир итә белеү һәләтенә эйә ине. Бәлки шуғалыр ҙа, Роза Шәрифйән ҡыҙынан беҙгә үтә тынғыһыҙлыҡ, талапсанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттары күскәндер. Дәрестәре йәнле, ҡыҙыҡлы, ойошҡан үтә ине, йырлап та ала инек. Беҙ уның ултырып дәрес биргәнен хәтерләмәйбеҙ.
Читайте нас: