+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 17:14

Уңыш тырыштарға юлдаш

Йыл һайын беҙҙең уҡыусылар бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә уҙған тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулай һәм призлы урындарҙы ала. Был уңыштар мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре, мәктәп уҡытыусылары, балаларҙың юғары потенциалы һәм һәләтле балалар менән эҙмә-эҙлекле даими эш алып барыу һөҙөмтәһе ул.

Олимпиадалар һәм конкурстарға әҙерлек яҡшы һөҙөмтәләр бирһен өсөн уҡыусының билдәле бер предмет менән ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләттәрен асырға кәрәк. Уның менән айырым шөғөлләнергә, уҡыу программаһында ҡаралғандарынан тыш материалдарҙы ла үҙләштерергә, уларҙы стандарт булмаған хәлдәрҙә ҡуллана белергә лә өйрәтергә кәрәк. Һәләтле балалар менән эшләгәндә уҡыу процесының уңышын Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә эҙләнеү-тикшеренеү эштәре лә тәшкил итә. Уҡыусылар тикшеренеү эштәрен башҡарғанда бик күп яңы мәғлүмәт таба, уларҙы анализларға, ғәмәлдә ҡулланырға, үҙаллылыҡҡа өйрәнә.

5 апрелдә Салауат ҡалаһында уҙған Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә республика тикшеренеү эштәре конкурсында беҙҙең уҡыусылар һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште. Унда райондан алты уҡыусы ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Гөлназ Әһлетдинова (етәксеһе Е.В.Зәйнешева) “Йоҡларғамы, йоҡламаҫҡамы? Бына һорау нимәлә?” тигән темаға сығыш яһап, ҡатнашыусы сертификатына лайыҡ булды.

“География” секцияһында Сәйетбаба мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Рахманғолова (етәксеһе Р.Т.Ғилманов), “Физика” секцияһында 1-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Владислав Кочешков (етәксеһе И.В.Соколов) “Иң яҡшы эксперимент” номинацияһында еңеп сыҡтылар. “Информатика һәм ИКТ” секцияһында 1-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Андрей Мусин (етәксеһе Э.Г.Кәримова) III дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте секцияһында I дәрәжә Дипломға Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусыһы Әмилә Ноғайғолова (етәксеһе Ю.З.Салауатова) лайыҡ булды.

Республика конкурсына уҡыусыларҙы әҙерләгән бар уҡытыусыларға, методистарға рәхмәт белдерәбеҙ һәм ошондай ҡатнашыусыларҙың күберәк булыуын, уларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларының аҙаҡҡы этаптарына сығыуҙарын теләйбеҙ.

Һәр бала нимәгә булһа ла һәләтле. Беҙҙең бурысыбыҙ ошо һәләттәрҙе асыу, үҫтереү һәм ярҙам итеү. Иң мөһиме – уҡыусыны тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәтеү, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙаллы мәғлүмәт эҙләргә һәм уны ҡулланырға, аудитория алдында үҙ эшен презентацияларға һәм яҡларға өйрәтеү, хәҙерге заман шарттарында юғалып ҡалмаған, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләү. Ошо мөһим эштә бар уҡытыусылар ҙа ҙур уңыштарға ирешһендәр ине.

Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
мәғариф бүлегенең
методик кабинет мөдире.


Читайте нас: