+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 17:16

Уҡыусыларыбыҙ һынатмай2

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Туймазы ҡалаһында халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында “Асыштар алдынан” III Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм “ЮНЕСКО-ның документаль мираҫы объекттары” тип аталған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Конференцияны БР Йәмәғәт палатаһы һәм Туймазы районы мәғариф идаралығы ойошторған. Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары: БДПУ, ӨДАТУ, БР Мәғарифты үҫтереү институты, ӨДНТУ-ның Октябрьский ҡалаһындағы филиалы ғилми-методик ярҙам күрһәткән. Сараға эксперт булараҡ республиканың төп юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарының профессор-уҡытыусылары, Рәсәй һәм Башҡортостандың төрлө өлкәләрҙә атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре булған 60 белгес саҡырылған.

Көндөҙгө этапта 432 мәктәпкәсә, урта, һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмалары ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың тикшеренеү һөҙөмтәләре 29 секцияла тыңланды.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем алыу-сылар бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, үҙҙәренең эштәрен лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәштеләр һәм конференцияның еңеүселәре һәм призерҙары булдылар. “Физика” секцияһында 8 “Б” класс уҡыусыһы Карина Ходжакулова (етәксеһе Н.Е.Кузьмина) I дәрәжә лауреат исемен, 10 “А” класс уҡыусыһы Наҙгөл Шәфиева “Социаль проекттар” секцияһында II дәрәжә, ә “Педагогика һәм психология” секцияһында Инзира Аҡйоносова, Алһыу Урманшина (етәкселәре - Г.М.Шаймарҙанова) III дәрәжә лауреат исемен алһа, “Ижади проекттар” секцияһында Зарина Муллагилдина (етәксеһе Р.Ә.Ваһапова) призер булды. Карина Ходжакулова “Ломоносов уҡыуҙары”нда ла ҡатнашып III дәрәжә лауреат исемен алыуға өлгәште. Агросәнәғәт форумы сиктәрендә үткәрелгән эҙләнеү эштәре конкурсында Гөлнур Нәзирова 2-се урын алды. Ҡыҙҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Раушания ДӘҮЛӘТБАЕВА,

Красноусол башҡорт гимназия-интернаты

директорының фәнни-методик эштәр буйынса урынбаҫары.


Читайте нас: