+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Май 2019, 14:10

Бәхет һәр кемдең үҙе менән

Тәү күреүҙән үҙенә ҡарата хөрмәт, ышаныс уятҡан кешеләр була. Эш тышҡы ҡиәфәттә лә, дәрәжәлә лә түгел, ә бөркөлөп торған эске ныҡлыҡта һәм яҡтылыҡта. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Рәйес улы Мәүлетҡолов тап шундайҙар затынан. Халҡыбыҙҙың аҫыл холоҡ һыҙаттарын ҡанат итеп алған, тәрән фекерле, йәшәү рәүешенең тик ябай, ысын ҡиммәттәргә генә буйһонған булыуы менән үҙенсәлекле ул.

Юлай Мәүлетҡолов Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән егет. Атаһы Рәйес Ибраһим улы, әсәһе Зимфира Хәйрулла ҡыҙының татыу, тырыш, эшсән ғаиләһендә өс улдарының иң өлкәне Юлай. Ҡустылары Марат менән Азаматты бәләкәйҙән тәртипкә өйрәтә, һәр саҡ таяныс, терәк була. Әлбиттә, ҡустылары ағайҙарынан күп эшкә өйрәнеп үҫә. Уның аҡыллы кәңәштәре әле лә кәрәк.

Атаһы Рәйес ағай бик күп йылдар колхозда агроном, счетовод-хисапсы, һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгән. Уның атаһы Ибраһим ағай Сәйетбаба мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытып, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булған абруйлы мөғәллим. Әле лә Юлайҙың олатаһы тураһында һоҡланып иҫкә ала ул уҡытҡан Сәйетбаба кешеләре.

Ә әсәһе Зимфира Хәйрулла ҡыҙы бик күп йылдар Сәйетбабала алыштырғыһыҙ һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул асыҡ күңелле, ҡыйынлыҡтарҙы сабыр үткәрә белеүсе ҡатын. Атаһы Хәйрулла ағай ҙа ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тип, моғайын, Зимфира апай кеүектәргә әйтәләрҙер. Ауылда тирә-яғын гөл-баҡсаға күмеп, сәскәләр үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, мал-тыуар ҡарап донъя көтә. Улы Марат бал ҡорттары менән шөғөлләнә. Тик Рәйес ағай ғына янында юҡ, ҡаты ауырыу уны иртә баҡыйлыҡҡа күсергән.

Юлай Рәйес улы олаталарының уҡытыусылыҡ династияһын дауам итә. Тыныс холоҡло Юлай мәктәптә уҡыған сағында уҡ уҡытыусы булырға хыялланғандыр. Һәр фәндән төплө белемле егет Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә белем алып, Мәндем мәктәбендә дәртләнеп эш башлай. Ул уҡытыусы һөнәрен һайлап яңлышмағанлығына тағы ла бер ҡат инана. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып күп тә эшләмәй, Юлай Рәйес улын мәктәп директоры итеп күсерәләр. Мәндемдәр ул эшләгән саҡта мәктәптән тыш ауыл-дың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар. Бер төптән эшләгән дәртле коллектив ауылдаштарына спектакль, концерттар әҙерләп байрамдар ойоштора. Район мәҙәниәт йортонда үткән конкурс, смотрҙарҙа ла уларҙы йыш күрергә була ине. Улар әҙерләгән Ә.Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың дәрте бар” спектаклдәре районда ҙур баһа алды. Уҡытыусылар коллективы берҙәм, бер төптән эшләне.

Тап Мәндемдә эшләгән саҡта тормош юлдашын, мөхәббәтен осрата. Фәнилә Сәлимйән ҡыҙының медицина училищеһында уҡып йөрөгән сағы, йәштәр бер-береһен күреү менән ғашиҡ булалар. Өйләнешкәс, тормош юлдары уларҙы Красноусолға алып килә. Юлай Рәйес улы башҡорт гимназия-интернатына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып урынлаша. Ул бына 20 йыл инде эшен яратып, кинәнеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Юғары категориялы уҡытыусыны коллегалары һәр эште еренә еткереп эшләгәнгә, үҙ-үҙенә талапсан булғаны өсөн хөрмәт итәләр.

Тырышлығы, эшсәнлеге бушҡа китмәй, уҡыусылары конкурстарҙа, төрлө бәйгеләрҙә, фәнни конференцияларҙа призлы урындар ала. Гимназияла балалар күңеленә халҡыбыҙға хас изгелек, ихласлыҡ, тоғролоҡ хистәрен һалырға тырыша. Уның һәр дәресе ҡыҙыҡлы, фәһемле. Уҡытыусы балалар өсөн тыныс, ирекле мөхит булдыра белә. Йәш быуындың үҙ фекере, ҡарашы, милли рухы булырға тейеш, - ти ул.

2011 йылда республика буйынса үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын ала һәм шул йылдан лайыҡлы рәүештә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары уның тырышлығын тағы бер ҡат раҫлай.

Тормош иптәше ра-йон дауаханаһының балалар бүлегендә эшләп йөрөй. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, өҫтәленән тәмле һыйы өҙөлмәгән, алсаҡ, уңған Фәниләне эштә лә, күршеләре лә, туғандары ла ихтирам итә.

Тиҙ арала яңы өй һалып, яҡты, иркен йортҡа шатланып аяҡ баҫа улар. Йәшәү шарттары яҡшы булғас, күңелдәре лә йырлап тора. Юлай Рәйес улы өйҙә хәстәрлекле хужа, һөйөклө атай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Йорттоң эсе-тышы һәр саҡ тәртиптә, төҙөк, ҡыҙҙары ла атай-әсәйҙәренән күреп тырыштар. Зөлфиә БДУ-ның физика-математика бүлегендә аҙаҡҡы курста, ә Гүзәлиәләре 10-сы класта уҡый.

Юлай Рәйес улын иң тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ул Ғафури халыҡ театрында ла матур образ тыуҙырҙы. М.Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” спектаклендә рәйес ролен оҫта итеп башҡарҙы, әле Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концертта ла район вәкиле ролен еренә еткереп уйнаны.

Был ғаиләнең ишеге туғандарына ла, дуҫтарына ла һәр саҡ асыҡ. Уларға киләсәктә лә тормоштоң һәр көнө алтынға тиң ҡәҙерле, һәр биҙәге ҡыуаныслы булһын.


Читайте нас: