+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Май 2019, 17:44

Битарафлыҡҡа юл ҡуймағыҙ

Бер нисә йыл рәттән матбуғатта ҡурҡыныс статистика килтерелә: илебеҙҙә һәр дүртенсе үҫмер наркотик ҡуллана, һәр унынсыһы вафат була.

Наркомания менән көрәштең иң һөҙөмтәле ысулы – профилактика. Үҫмерҙәрҙең бер үк ситуацияла үҙҙәрен төрлөсә тотоуы билдәле: берәүҙәр наркомафия тоҙағына тиҙ эләгә, икенселәре ундай ымһындырғыс нәмәләргә бирешеп бармай.

Балаларҙы наркотиктарҙан нисек араларға? Иң мөһиме – ашығыс һығымталар яһарға ярамай. Наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланған кешенең холоҡ-фиғеле үҙгәрә. Балағыҙ үҙ-үҙенә бикләнһә, сәбәпһеҙгә өйҙән сығып китергә тырышһа, йыш ҡына аҡса һораһа, тиҙ ҡуҙғыусанға әйләнһә, кәйефһеҙ йөрөһә, йөҙө ағарып, ҡул суҡтары шешенһә, күҙе ҡыҙарып торһа, кейеменән һәм сәсенән сәйер еҫ сыҡһа, уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк. Был осраҡта ғәйепләүсе булып түгел, ә тәжрибәле, хәстәрлекле, уны яратҡан ата-әсә булараҡ һөйләшегеҙ. Әңгәмә ваҡытында балағыҙҙың үҙен тотошона иғтибар итегеҙ, ыҙғыш-талашҡа юл ҡуймағыҙ. Бала үҙенә ҡыҙыҡ булған нәмәләр менән шөғөлләнеүе өсөн ғәйепле түгел. Тимәк һеҙ мөһим эштәрегеҙ арҡаһында балағыҙға иғтибарығыҙҙы кәметкәнһегеҙ, балағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырғанһығыҙ. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр күп иғтибар талап итмәй. Уның ниндәй ҙә булһа һорауын йәки теләген иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, уртаға һалып һөйләшеп уның проблемаһын хәл итергә тырышығыҙ. Тәү сиратта үҫмергә ата-әсә кәңәш бирергә тейеш. Әгәр ҙә ошо ваҡытты ҡулдан ысҡындырһағыҙ һәм һеҙҙең ғаиләлә наркотиктар барлыҡҡа килгән икән, оло кеше булараҡ һеҙҙең бурысығыҙ – баланы квалификациялы белгескә мөрәжәғәт итергә күндереү, ә мәжбүр итеү түгел. Һәм аҙаҡҡа тиклем ошо ауыр аҙымға барған үҫмер янында булыу.

Ғафури районында наркотик ҡулланған 17 кеше иҫәптә тора. Улар араһында бәлиғ булмағандар теркәлмәгән. Ләкин был үҫмерҙәр араһында наркотик ҡулланыусылар юҡ тигәнде аңлатмай. Наркомандарҙың йәше йылдан-йыл йәшәрә. Наркотиктарҙы нигеҙҙә мәк һәм киндер һаламынан әҙерләйҙәр. Уларҙы иһә ҙур булмаған килем артынан ҡыуып оло кешеләр үҫтерә һәм һата. Ошо эштәре өсөн уларға енәйәт яуаплылығына тарттырылыу һәм иркенән мәхрүм ителеү янағанын бәлки аңлап та етмәйҙәрҙер.

Тирә-яғыбыҙҙағы донъя нисек кенә үҙгәрмәһен, кешелек ҡиммәттәре шул килеш ҡала. Илһөйәрлек, рух ныҡлығы, әхлаҡлылыҡ әүәлгесә 21-се быуат

шәхесенең иң яҡшы сифаттарын билдәләүсе төп критерийҙар булып тора. Мәктәптәр, урта махсус белем биреү йорттары балаларҙың рухи һәм физик һаулығы өсөн ата-әсәләр менән бер төптән булып көрәш алып барырға тейеш. Ғаилә потенциалын тулыһынса файҙаланып, ата-әсәләрҙе кесе йәштән үк балаларҙа сәләмәт йәшәү һәм гармониялы шәхес булыу күнекмәләрен һеңдереп үҫтерергә кәрәк.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға битараф булмағыҙ, уларҙың киләсәген бәләкәйҙән хәстәрләгеҙ.

Кристина ЗӨБӘЙЕРОВА,
бәлиғ булмағандар эше
буйынса дәүләт инспекторы.


Читайте нас: