+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Май 2019, 17:42

Ижадсылар сыҡты бәйгегә

Һәләтһеҙ бала булмай. Бары тик уны күреп, аса белергә кәрәк. Тормошон йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған, алдынғы ҡарашлы педагогтар тап шулай эшләй, уҡыусыға белем биреп кенә ҡалмай, уның менән ижади шөғөлләнергә, баланың һәләттәрен үҫтерергә тырыша.

Балалар ижады үҙәгендә “Һәләтле балалар” конкурсы сиктәрендә уҙған “Ҡәләмде һынап ҡарау” номинацияһы тап ижади һәләттәрҙе асты ла инде. Конкурста Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 3-сө, Еҙем-Ҡаран, Родина мәктәптәре, Табын коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары ҡатнашты.

14-се тапҡыр уҙғарылған конкурсты асып, Балалар ижады үҙәге методисы, уны уҙғарыуға яуаплы Гүзәл Винер ҡыҙы Арыҫланова бәйге Башҡортостандың – 100 һәм Театр йылына арналыуын билдәләп үтте. Йәш ижадсыларға үҙҙәренең ижад емештәрен яҡлауҙа уңыштар теләне.

Баһалама ағзалары тарафынан проза һәм поэзия, рус һәм башҡорт телендә башҡарылған эштәр, йәш төркөмдәре буйынса айырым ҡаралды.

Проза буйынса ижади эштәрен рус телендә тәҡдим иткән 7-10 йәшлектәр араһындағы бәйгелә Красноусолдағы 3-сө мәктәптең уҡытыусылары А.А.Довгаль әҙерләгән Башҡортостанға дан йырлаған 3 “А” класы уҡыусылары Рамазан Дәүләтшин – 1-се, Мәҙинә Ғәйнуллина – 2-се, Зарина Муллагилдина 3-сө урын яуланы. Был төркөмдә шулай уҡ башҡорт телендә яҙылған иншалар араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының уҡытыусылары Г.Ә.Вәлиева етәкселегендәге 4 ”А” класы ижадсылары Камила Ишмөхәмәтова менән Зарина Ғималетдинова - 1-се, Эльвина Ҡолманова менән Азалия Дәүләтова – 3-сө, ә 4 “Б” класс уҡыусыһы Алһыу Аҫылбәкова (етәксеһе – Л.А.Кинйәбулатова) 2-се урынға лайыҡ булды. 11-14 йәшлектәр араһында Табын коррекция мәктәп-интернатынан Дмитрий Сухокузовҡа (етәксеһе – М.В.Заһиҙуллина) – 1-се, Лилиә Баһауетдинова менән Родина мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Эвелина Каратееваға (етәксеһе – М.С.Воробьева) 2-се урын бирелде.

Поэзияла берҙән-бер ҡатнашыусы булып, үҙ шиғырҙарын һөйләп ишеттергән Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Баязит Рәхмәтуллин (етәксеһе – В.Р.Ғәлиуллина) еңеү яуланы.


Читайте нас: